«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫешенең яңы стратегияһы



29.01.2011 Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ үҫешенең яңы стратегияһы

Өфөнөң Конгресс-холында үтәсәк «Башҡортостан Республикаһы торлаҡ-коммуналь комплексының үҫеш стратегияһы» республика кәңәшмәһендә республика етәкселеге, министрлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре, республиканың ҡала округтары һәм муниципаль райондар башлыҡтары, уларҙың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре өсөн яуаплы урынбаҫарҙары, ҙур тармаҡ предприятиелары етәкселәре һәм идара компаниялары директорҙары ҡатнашасаҡ.
Кәңәшмәлә тармаҡ үҫешенең перспективалары билдәләнәсәк, хеҙмәт сифатын күтәреү мәсьәләләре, оҙайлы ваҡытҡа тарифтарҙы көйләү, энергияны һаҡсыл файҙаланыуҙы һәм мәғлүмәт технологияларын индереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡты яңыртыуға инвестициялар йәлеп итеү һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға