«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Нефтекама автозаводы эшселәр йыя



29.01.2011 Нефтекама автозаводы эшселәр йыя

«Нефтекама автозаводы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һуңғы ике йылдан ашыу ваҡыт эсендә тәүге тапҡыр эшкә ҡабул итә башланылар. Был предприятиела етештереү күләменең артыуына бәйләнгән.
Тәүге ике аҙнала 130-ға яҡын кеше эшкә алынған. Заводҡа төп һөнәр эшселәре – иретеп йәбештереүселәр, станоксылар, слесарҙар ғына талап ителә. 1 мартҡа тиклем тағы ла 120-ләп кешене ҡабул итәсәктәр.
Етештереү күләмен арттырыу завод хеҙмәткәрҙәрен шатландыра. Ғинуарҙа 550 миллион һумлыҡ продукция сығарыу көтөлә – был 2010 йылдың ғинуарындағынан ике тапҡырға артығыраҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға