«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



31.08.2010 Донъя яңылыҡтары

ҡоролоҡтан күрелгән зыян ҙур, әммә...
Быйылғы ҡоролоҡ һәм аномаль эҫелек Рәсәйҙең ауыл хужалығына 37 млрд һум күләмендә зыян килтергән.
«Тәбиғәт ҡазаһы күҙәтелгән 37 төбәктең барыһында ла күпме зыян килеүенә экспертиза үткәрҙек. Хужалыҡтар октябрҙә үк тейешле ярҙам аласаҡ», – ти «Российская газета»ға биргән интервьюһында РФ ауыл хужалығы министры Елена Скрынник.
Рәсәй Хөкүмәте ҡоролоҡтан ныҡ зыян күреүсе төбәктәргә ярҙам итеү өсөн 35 млрд һум өҫтәмә аҡса бүлеү тураһында ҡарар ҡабул иткән. Елена Скрынник әйтеүенсә, һәр бер төбәккә адреслы ярҙам күрһәтеләсәк. Ауыл хужалығы продукцияһы дефициты мәсьәләһенә бәйле һорауға иһә министр: «Дефицит булмаясаҡ, аҙыҡ-түлек һәр кемгә етәсәк», – тип яуап бирә. Тимәк, хаҡтарҙың күтәрелеүенә лә иҡтисади шарттар юҡ.

Ер аҫтында тотҡонда
5 августа Чилиҙа тау емерелеп, шахтала ҡалған 33 шахтер 19 көн үткәндән һуң 700 метр тәрәнлектә табылған.
Шахтерҙарҙың барыһы ла тере. ҡотҡарыусылар уларҙы аҙыҡ һәм һыу менән тәьмин итә, әммә әлегә ер өҫтөнә сығара алмай.
Ер аҫтынан ер бырауына тағып сығарылған дәфтәр битендә: «Беҙ бында 33 кеше, барыбыҙ ҙа иҫән-һау», – тип яҙылған була. Таусыларҙың иң олоһо, 65 йәшлек Марио Гомес ҡатынына яҙған хатында емерек шахтаның түбәһенән аҡҡан һыуҙы эсеп кенә әлегәсә иҫән ҡала алыуҙары тураһында хәбәр итә. Тау емерелгәндә шахтерҙарҙың ике көнлөк кенә аҙығы ҡалған була, артабан иһә улар һыу менән генә көн итә.
Тар ғына канал аша ҡотҡарыусылар бәләкәй контейнерҙарҙа шахтерҙарға ашарға, эсергә һәм дарыуҙар төшөрә. Ер аҫтында ҡалған шахтерҙар менән визуаль бәйләнеш тә булдырылған. Әммә шахтала тотҡонда ҡалыусыларҙың хәле шәптән түгел. 66 см киңлектә юл ҡаҙып, уларҙы ер өҫтөнә сығарыу өсөн ҡотҡарыусыларға өс айға яҡын ваҡыт кәрәк булыуы ихтимал. Шахтерҙарҙы ҡотҡарыу өсөн заманса техниканы ҡулланыр­ға уйлайҙар. Йәғни махсус ситлеккә ултыртып, һәр береһен айырым сығармаҡсылар.
Шахтерҙарҙың иҫән-һау булыуы хаҡындағы хәбәрҙе бөтөн Чили халҡы ҡыуанып ҡабул иткән.

«Кеше-үрмәксе»не ҡулға алғандар
Австралия полицейскийҙары үҙен «кеше-үрмәксе» тип йөрөтөүсе француз ҡаяға үрмәләүсеһен Сиднейҙа 57 ҡатлы бинаға үрмәләгән ваҡытта ҡулға алған.
Йорттоң ҡыйығына ул бер ниндәй страховкаһыҙ менгән була. Алан Роберҙың шундай бейек бинаға үрмәләүе тәүге тапҡыр ғына түгел. Ул яулаған бейеклектәр исемлегендә Нью-Йорктағы Эмпайр стейт билдинг, Тайвандәге «Тайбэй – 101» һәм Эйфель башняһы ла бар. Үҙенең был сәйер ҡылығын ул климат үҙгәрештәре проблемаһына иғтибар­ҙы йәлеп итергә теләүе менән аңлата.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға