«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ниһайәт, ҡар яуасаҡ



25.01.2011 Ниһайәт, ҡар яуасаҡ

Һуңғы аҙнала республикала көндәр һалҡын торҙо. Әлеге аҙна саҡ ҡына йылыраҡ булырға оҡшай. Синоптиктар, һауа температураһы көндөҙ 5 – 6 градусҡа тиклем күтәреләсәк, тип вәғәҙә итә. Шулай ҙа аҙна аҙағында көндәр тағы ла һыуытасаҡ, төндәрен – 14, көндөҙ 13 градус тирәһе һалҡын буласаҡ.
Атап әйткәндә, бөгөн көндөҙ һауа температураһы 5 градус. Төндә лә әллә ни һыуытмаҫ тип көтөлә. Иртәгә саҡ ҡына һалҡыныраҡ – республикала көндөҙ – 5, ә инде төндә 8 градус тирәһе һалҡын көтөлә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға