«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Халыҡ шағиры – «Тура бәйләнеш»тә



25.01.2011 Халыҡ шағиры – «Тура бәйләнеш»тә

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Баш­ҡор­­тостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, Башҡортостан Дәү­ләт Йыйылышы – ҡо­рол­тай депутаты Рауил БИКБАЕВ – «Йәшлек» гәзите редакцияһына килеп, уҡыусылар менән «тура бәйләнеш»тә булып, халыҡтың, бигерәк тә йәштәрҙең тын алышын, уйҙарын, бөгөнгө рухи хәл-торошобоҙға ҡарашын беләсәк.
25 ғинуарҙа 15 – 16 сәғәт араһында (8347) 273-46-38 телефоны буйынса үҙегеҙҙе борсоған да, ҡыҙыҡһындырған да һорауығыҙҙы биреп, ил ағаһы менән туранан-тура һөйләшә алаһығыҙ. Шулай уҡ ошо телефон буйынса ла, электрон почта аша ла һорауҙарығыҙҙы алдан да бирә торорға мөмкин. Улар яҙма рәүештә мотлаҡ халыҡ шағирына бәйләнеш булған көндә еткереләсәк.
Шулай уҡ скайп аша /уе02.ru/ ла һорау­ҙарығыҙҙы бирергә мөмкинлек бар. Ә «тура бәйләнеш» барышын интернет аша беҙҙең сайтта /www.уе02.ru/ тура эфирҙа ҡарай алаһығыҙ.
Башҡортостан яҙыусыларының сираттағы съезы яҡынлаша; бөгөнгө йәмғиәттә яҙыусы һүҙенең әһәмиәте; бөгөн илдә рухи көрлөкмө, әллә көрсөкмө; әҙәбиәт бөгөн ниндәй хистәр, ниндәй хәстәрҙәр менән йәшәй... – һөйләшәһе һүҙҙәр ҙә, темалар ҙа етерлек. «Тура бәйләнеш»кә, асыҡ һөйләшеүгә рәхим итегеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға