«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Эшҡыуарҙарға – ярҙамға



25.01.2011 Эшҡыуарҙарға – ярҙамға

Өфөнөң бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү ҡала фонды быйыл 15 февралгә тиклем инвестиция проекттарының сираттағы конкурсын үткәрә. Конкурста еңеүселәр, заем договоры буйынса финанс ярҙамы алып, үҙ проекттарын ғәмәлгә ашырыу мөмкинлеге ала.
Финанс ярҙамы иҡтисади эшмәкәрлектең өҫтөнлөклө төрҙәрен үҫтереүгә бирелә. Уларға түбәндәгеләр инә: халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереү, эшкәртеү производстволары, ауыл хужалығы, урман хужалығы, төҙөлөш; автотранспорт сараларын, мотоциклдарҙы, көнкүреш изделиеларын һәм шәхси ҡулланыу предметтарын ремонтлау; ҡунаҡханалар һәм ресторандар; транспорт һәм элемтә; көнкүреш изделиелары һәм шәхси ҡулланыу предметтары прокаты; иҫәпләп сығарыу һәм информацион технологияларҙы файҙаланыу менән бәйле эшмәкәрлек; ғилми эшкәртмәләр, хеҙмәтләндереү төрҙәре күрһәтеү; финанс эшмәкәрлеге (микрофинанслау); мәғариф; һаулыҡ һаҡлау һәм социаль хеҙмәтләндереү күрһәтеү; халыҡ кәсептәре; башҡа төрлө коммуналь, социаль һәм персональ хеҙмәтләндереү күрһәтеү.
Заемдың срогы – ике йылға тиклем, суммаһы – 100 мең һумдан 1,5 миллион һумға тиклем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға