«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



25.01.2011 Донъя яңылыҡтары

Мәскәүҙә яңы ЮХХДИ етәксеһе тәғәйенләнде

Үткән шәмбелә Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев Мәскәү ҡалаһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы, генерал-майор Сергей Казан­цевты вазифаһынан бушатыу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Уның урынына Ярос­лавль ҡалаһының ЮХХДИ начальнигы Александр Ильин тәғәйенләнде. 48 йәшлек Александр Ярославлдә тыуып үҫкән, политехник институттың автомеханика факультетын һәм Демидов исемендәге дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған. Хеҙмәт юлын Дәүләт автоинспекцияһында инс­пек­тор булып башлай. Ә Ярославль ҡалаһы буйынса эске эштәр идаралығының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһын етәкләүенә – 13 йыл. Үҙен алдан күрә белеүсе, компетентлы етәксе итеп күрһәтә. Бер нисә йыл инде өлкәлә юл һәләкәттәренең кәмеүе күҙәтелә.

Рәсәйҙә футбол буйынса донъя чемпионаты үтәсәк

Уҙған аҙнала РФ Хөкүмәте Премьер-министры Владимир Путин беҙҙең спортсыларҙың Сочи ҡалаһында 2014 йылда үтәсәк ҡышҡы Олимпиадаға әҙерлеге барышын тикшерҙе.
Спортсыларҙы әҙерләү үҙәгендә ул илдә спортты үҫтереү буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Санкт-Петербургта иһә ФИФА башҡарма комитеты президенты Йозеф Блаттер ҡатнашлығында Рәсәйҙә футбол буйынса донъя чемпионатын үткәреү тураһындағы декларацияға ҡул ҡуйылды. Уның буйынса Рәсәйгә 2018 йылда футбол буйынса донъя чемпионатын ойоштороусы ил статусы бирелде.

Кеше ғүмерен бер тингә лә һанамайҙар

2010 йылдың ноябрь айында Краснодар крайының Кущевская станицаһында 12 кешене вәхшиҙәрсә үлтереүҙәре бөтә ил халҡын тетрәткәйне.
Әле килеп Ставрополь ҡалаһында шундай уҡ хәл ҡабатланды. Ставрополдә шәхси йорттарҙың береһенең гаражында биш ир һәм өс ҡатындың мәйете табыла. Үлтерелгән Владимир Слизаев наркотиктар һатыу менән шөғөлләнгән «криминаль авторитет» һанала. Элек ул, хөкөм ителеп, иркенән дә мәхрүм ителгән. Һәләк булыусылар араһында ҡыҙы менән кейәүе һәм йорт хеҙмәткәрҙәре бар. «Криминаль авторитет»тың ейәндәре – 2002 йылда тыуған малай менән яңы тыуған ҡыҙ ғына иҫән ҡалған. Әлеге көндә улар дәүләт яҡлауы аҫтына алынған. РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Тикшереү комитеты мәғлүмәттәре буйынса, йорттан матди байлыҡтар урланған. Был ваҡиға буйынса бер юлы өс статья буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған: «Ике һәм унан да күберәк кешене үлтереү», «Талау», «ҡорал­ды законһыҙ әйләнешкә индереү».

Гаитиҙа холера көсәйә

Үткән аҙнала Доминикан Республикаһында холеранан үлгән тәүге кеше теркәлгән.
Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 53 йәшлек ир сығышы менән Гаитиҙан булған. Билдәле булыуынса, унда октябрҙән яман сир ҡотора. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Гаитиҙа холеранан 3,8 мең кеше үлгән. Доминиканда иһә холера менән 189 кеше сирләгән, әлегә бер кеше өсөн генә уның аҙағы насар тамамланған.
Илдә эпидемияның таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн Гаити менән сиктә контроль көсәйтелгән, сиргә ҡаршы көрәшкә 32 млн доллар аҡса бүленгән.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға