«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



25.01.2011 Өс һөйләм менән

Башҡортостан Президенты коммерция булмаған ойошма – республиканың Социаль торлаҡ төҙөлөшө фондын булдырыу хаҡындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Ул социаль торлаҡты күпләп төҙөүҙе ойоштороу, Башҡортостан халҡының торлаҡ шарттарын һөҙөмтәле хәл итеү маҡсатында барлыҡҡа килде. Ойоштороусыһы – БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды.

«Үҙ йортом» программаһы буйынса йорт төҙөүселәр өсөн дәүләт теркәүе һәм «әсәлек капиталы»н шул юҫыҡта файҙаланыуҙы аңлатыу маҡсатында кәңәшмә үтте. Программала ҡатнашыусылар әле үҙҙәренә бүленгән ер участкаһын республиканың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығында шәхси милек итеп теркәй ала. Теркәү тураһында танытмалы булғандан һуң «әсәлек капиталы»н йорт төҙөү буйынса бурысты ҡаплауға тотонорға мөмкин.

Башҡортостан делегацияһын ҡытайҙың Гуанжчоу ҡалаһы Синхай консерваторияһы базаһында үтәсәк «Musik EXPO» II музыка фестивалендә ҡатнашырға саҡырғандар. Сараны ойоштороусылар 38 дәүләт вәкилдәрен көтә һәм унда музыкаль концерттар, күргәҙмәләр, сит ил студенттары өсөн милли вуздарҙы презентациялау күҙалланған. Фестиваль 2011 йылдың сентябрь – декабрендә уҙасаҡ.

Башҡортостандың федераль почта элемтәһе идаралығы үткән йыл аҙағында 100 велосипед алғайны. Улар йөрөү маршруты ун саҡрымдан артҡан хат ташыусыларға бирелә. Әле шундай 400 маршрут билдәләнгән һәм велосипедтарҙы киләсәктә лә бүлеү күҙаллана.

Тиҙҙән Өфөлә «Экология. Ижад. Балалар» фестивале асыласаҡ. Йәш быуында экологик үҙаң тәрбиәләүҙе күҙ уңында тотҡан сара барышында тәбиғи материалдарҙан балалар эштәре, стена гәзиттәре, «Ер – уртаҡ йортобоҙ» исемле агитбригада конкурстары үтәсәк. Әйткәндәй, фестиваль ун дүртенсе тапҡыр уҙғарыла.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетында йыл һайын үткәрелеп килгән «Башҡортостандың иң яҡшы шәхси торлаҡ йорто» конкурсына йомғаҡ яһалды. Беренсе урынды ҡырмыҫҡа­лы районы үҙәгендә алты бүлмәле ике ҡатлы йорт төҙөгән Виктор Терехин алды. Икенсе урынды – Шишмә ҡасабаһында йәшәүсе Рәмил Мөзипов, өсөнсөнө Стәрлетамаҡ районының ҡуғанаҡ ауылынан Татьяна Шаталина яуланы.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға