«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Рөстәм Хәмитов республиканың Олимпия советын етәкләне



22.01.2011 Рөстәм Хәмитов республиканың Олимпия советын етәкләне

Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһының олимпия советын – спорттың Олимпия төрҙәрен үҫтереү менән шөғөлләнеүсе төбәк йәмәғәт ойошмаһын етәкләне.
Башҡортостандың Олимпия советын ойоштороуҙың төп маҡсаты төбәктә Олимпия хәрәкәтенә ярҙам итеү, уның граждандарын физик һәм рухи тәрбиәләүгә булышлыҡ итеү менән бәйләнгән. Ул Рәсәй Олимпия комитеты уставына ярашлы эш итә.
Йәмәғәт ойошмаһы алдына Башҡортостан йыйылма командаларының Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарында уңышлы сығыш яһауын тәьмин итеү, республика спортсыларының мәнфәғәттәрен яҡлау һәм допингка ҡаршы көрәш кеүек бер нисә стратегик бурыс ҡуйылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға