«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Фажиғәне бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ



22.01.2011 Фажиғәне бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ

Фажиғәне бөтөрөүҙә ҡатнашыусылар ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡТөбәк башлығы Рөс­тәм Хәмитов «Черно­быль» союзы президенты Вячеслав Гри­шин менән осрашты.
Бөтә Рәсәй союзы етәксеһенең Өфөгә килеүе Чернобыль АЭС-ындағы аварияға быйыл 25 йыл тулыу менән бәйләнгән. Осрашыуҙа «чернобылсы»ларҙы социаль тәьмин итеү мәсьәләһе күтәрелде.
«Чернобыль» союзы етәксеһе әйтеүенсә, Рөстәм Хәмитов инвалид-ликвидаторҙарға ярҙам итергә һәм уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә вәғәҙә итте. «Чернобылсы»ларға ҡарата дәүләт йөкләмәләре республикала тулыһынса үтәләсәк.
Башҡортостанда Чернобыль фажиғәһе һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү һөҙөмтәһендә зыян күргән өс меңдән ашыу кеше йәшәй. Уларҙың һәр дүртенсеһе – инвалид.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға