«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сибайҙың һауаһында нимә бар?



18.01.2019 Сибайҙың һауаһында нимә бар?

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Сибай ҡалаһында булды. Һуңғы ваҡытта был ҡалалағы һауа түҙеп торғоһоҙ була башлағайны. Әлегә проблема булған хәл тора-бара һәләкәткә әйләнмәһен өсөн тиҙ арала сара күрергә кәрәк.

Сибай халҡына бысраҡ һауа йыһандан килмәй, әлбиттә. Бәлә башы урындағыларға билдәле. Карьерҙа мәғдән яна. Шуның һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ағыулы төтөн тирә-йүнгә тарала. Әйткәндәй, был яңы проблема түгел.

“Сибайҙарға һис һүҙһеҙ ярҙам кәрәк. Республика улар менән. Яныу эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн көс тә, саралар ҙа етерлек. Ошо хәлде тыуҙырған Сибай тау-байыҡтырыу комбинатынан беҙ эҙемтәләрҙе сифатлы һәм яуаплы рәүештә бөтөрөүҙе талап итәсәкбеҙ. Иң мөһиме – медицинаны айырым эш тәртибенә күсереү. Бөгөндән үк юғары квалификациялы табиптар бригадаһы эшләй, аллерголог, лор кеүек белгестәр ҙә килеп етер. Мин проблеманы хәл итеүгә ике аҙна ваҡыт ҡуйҙым. Үҙем контролдә тотасаҡмын. Күп тапҡыр ҡабатланым: беҙ үҙебеҙҙекеләрҙе ауырлыҡта яңғыҙ ҡалдырмайбыҙ”, – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә.



Сибайҙағы ағыулы төтөн эҙемтәләренә ҡаршы көрәш буйынса “ҡыҙыу линия” асылды. Һорауҙар менән 8-347-244-15-75 телефонына шылтыратырға мөмкин.





Автор: А. АҠБУЛАТОВА.
Фото: Айгиз ҒАБДУЛЛИН


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға