«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡала һәм район дауаханаларына - 23 "ашығыс ярҙам" машинаһы!



21.12.2018 Ҡала һәм район дауаханаларына - 23 "ашығыс ярҙам" машинаһы!

Кисә баш ҡаланың "Торатау" Когресс-холы янында федераль бюджет иҫәбенә алынған тәүге 23 махсус автомобиль - 18 "ГАЗель" һәм 5 "УАЗ" медиктарға тапшырылды.

Әйткәндәй, тиҙҙән федераль ҡаҙна аша тағы ла 26 машина - йәмғеһе 49 берәмек медицина техникаһы алынасаҡ. БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова әйтеүенсә, республика тағы ла 172 автомобиль һатып алыу өсөн аҡса бүлгән.
Ҡыйығы бейек тулы приводлы "буханкалар" Йылайыр, Ишембай, Мораҡ, Нуриман, Малаяҙ үҙәк район дауаханаларына китте. "ГАЗел"дәр иһә Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһын, Салауат, Сибай ҡалалары, Туймазы, Бишбүләк, Языково, Иглин, Мәләүез, Баймаҡ, Акъяр, Балтач, Балаҡатай, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Раевка, Үрге Тәтешле, Яңауыл, Үрге Йәркәй үҙәк район дауаханаларын хеҙмәтләндерәсәк.

Машиналар ашығыс һәм экстрен медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн йыһазландырылған. Уларҙа үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты, дефибриллятор, электрокардиограф, ингалятор, пульсоксиметр, ҡандағы глюкозаны экспресс тикшергес, укладкалар, сумаҙандар, шприц насостары, носилкалар бар. "Скорый"ҙарға ГЛОНАСС навигация системаһы ла ҡуйылған.





Автор: А.Ишназаров
Фото: "Башинформ"


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға