«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » 1 һум өсөн 5000 һум!



18.01.2011 1 һум өсөн 5000 һум!

1 һум өсөн 5000 һум!Ябай кеше өсөн биш һум аҡса биреп, биш мең һум аҡса эшләү мөмкинлеге булғаны юҡ ине әле. Хәҙер тимер аҡсаны тотонмай, быяла банкаларға ғына йыйып барған кешеләр тик торғандан байып китә ала – Уралдың бер банкыһы «Бөркөттөң һул тәпәйе аҫтында 5000 һум» тип аталған акция үткәрергә булған. Был кредит ойошмаһы халыҡтан 1, 2, 5 һумлыҡ тимер аҡса йыя. Әлбиттә, бер шарт бар: аҡса 2003 йылда Санкт-Петербургтың монета һарайында сығарылған булырға тейеш.
Байлыҡ килтереүсе тимер аҡсаның эмблемаһы уның алғы яғында төшөрөлгән. Ул ике башлы бөркөттөң (сәмреғош) һул тәпәйе аҫтында урынлашҡан. Бындай аҡса 2003 йылда бик аҙ сығарылған, шуға ла бөгөн нумизматик ҡиммәткә эйә. Тимер аҡса ябай әйләнештә йөрөй, шуға ла, 1 һум биреп, 5000 һум аҡса эшләү мөмкинлеге һәр кемдең өлөшөнә төшөүе бар.
Иғтибар итеп ҡарағыҙ әле: бәлки, һеҙҙең янсыҡтарҙа ла бер һумы биш мең һумға торошло тимер аҡса яталыр? Уларҙы 17 июлгә тиклем СКБ-банктың теләгән бер бүлексәһенә алып барып тапшырырға кәрәк. Коллекционерҙар был аҡса хаҡында күптән белә икән. Интернет-аукциондарҙа уларҙың берәүһен 8 – 9 мең һумға ла һатып булыуы хаҡында мәғлүмәт бар.
Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға