«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Дизель яғыулығы ҡиммәтләнде



15.01.2011 Дизель яғыулығы ҡиммәтләнде

«Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең автозаправкалау станцияларында һатылған «Евро» стандартында­ғы дизель яғыулығының хаҡы 3 ғинуарҙан 2,97 процентҡа арт­ты. Хәҙер уның хаҡы литрына 24,3 һум тәшкил итә.
Хаҡтың күтәрелеүен дизель яғыулығына баҙар хаҡтарының артыуы менән бәйләйҙәр. Шул уҡ мәлдә «Башкирнефтепро­дукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең автозаправкалау станцияларында бензинға хаҡтар үҙгәрешһеҙ ҡалды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға