«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Берҙәм Рәсәй» – яңы юлдар өсөн



11.01.2011 «Берҙәм Рәсәй» – яңы юлдар өсөн

Быйыл Өфө сәйәси фирҡәнең илдә һәйбәт юлдар төҙөү проекты буйынса финанс ярҙамы аласаҡ.
ҡала юлдарын, ихаталарҙы төҙөкләндереүгә 795 миллион һум аҡса тотоноу күҙаллана. Был эштәрҙе башҡарыу өсөн ремонт талап ителгән урамдарҙың исемлеге төҙөлгән. Улар – Зәки Вәлиди, Пушкин, Цюрупа, Киров, Октябрҙең 50 йыллығы, СССР-ҙың 50 йыллығы, Комсомол, Рәсәй, Сипайлово урамдары.
Әйткәндәй, «Берҙәм Рәсәй»ҙең яңы юлдары» проекты сигендә алынған аҡсаға былтыр «Өфө – аэропорт» юлы, Октябрь проспекты реконструкцияланған, Жилин, Базилеевка ауылдарына – юл, Ташкисеүҙә күпер һалынған.
2007 йылда төҙөлгән проект ил төбәктәре баш ҡалаларының күбеһендә бойомға ашырыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға