«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Президент Баҡалы һәм Шаран райондарында булды



11.01.2011 Президент Баҡалы һәм Шаран райондарында булды

Рөстәм Хәмитов Баҡалы һәм Шаран райондары ауыл хужалығы предприятиеларының ҡышҡы шарттарҙа эшмәкәрлеге менән танышты.
«ҡорос» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең һөтсөлөк фермаһы Президент маршрутының тәүге нөктәһе булды. Артабан ул Баҡалы ауылында булып, унда яңы мәктәп төҙөү мәсьәләһен тикшерҙе. «Баҡалыһөт» асыҡ акционер­ҙар йәмғиәтендә производство цехтары, шулай уҡ унда етештерелгән продукцияның хаҡтары менән танышты. Әйтергә кәрәк, предприятие үҙендә етештерелгән 17 төр һөт продукцияһы менән төрлө күргәҙ­мәләр­ҙә даими рәүештә призлы урындар яулай. Ә былтыр ул республика иҡтисадын үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн БР Хөкүмәте Дипломы менән бүләкләнгән.
Төбәк башлығы малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән «Закир» ауыл хужалығы предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең эше менән дә яҡындан танышты.
Шаран ауылының «Батыр» балалар баҡсаһы Рөстәм Хәмитовта яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Бында кескәй­ҙәрҙе һәр яҡлы үҫтереү һәм тәрбиәләү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. Төҙөүселәрҙең тырышлығы арҡаһында учреждениеның иҙәне йылы.
Шаран 1-се дөйөм белем биреү мәктәбенә һәм үҙәк район дауаханаһына капиталь ремонт талап ителеүе асыҡланды.
«Шаранагрогаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Президент сәфәренең һуңғы нөктәһе булды. Йәмғиәт эшмәкәрлегенән ҡунаҡ ҡәнәғәт ҡалды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға