«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Эрнст Исаев – БР хөкүмәте вице-премьеры



08.01.2011 Эрнст Исаев – БР хөкүмәте вице-премьеры

Эрнст Исаев – БР хөкүмәте вице-премьерыБашҡортостан Президенты Рөстәм Хә­митов Эрнст Исаевты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР ауыл хужалығы министры итеп тәғәйенләү тура­һын­дағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Эрнст Фәрит улы Исаев Өфөлә тыуған, Өфө дәүләт нефть техник университетын (элек – институт) тамамлаған. «Башнефть» производство берекмәһенең Быраулау эштәре идаралығында слесарь, мастер, өлкән механик, Өфө авиация институтында баш инженер, «Лигас» коммерция инновация үҙәгенең техник директоры, «Вест Фуд», «Нерал» йәмғиәттәренең генераль директоры, «Нерал» компаниялар төркөмө президенты булып эшләй.
2003 йылда Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай депутаты итеп һайлана. 2007 йылдан әлеге ваҡытҡа тиклем – РФ Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты, Аграр мәсьәләләр буйынса комитет ағзаһы.
* * *
Башҡортостан Президентының икенсе Указы менән Азат Йыһаншин БР ауыл хужалығы министры вазифаһынан бушатылды. Республика Хөкүмәте ҡарары менән ул БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға