«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Әнүәр Мәхмүтов – БР Президенты хакимиәте етәксеһе



08.01.2011 Әнүәр Мәхмүтов – БР Президенты хакимиәте етәксеһе

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов Указы менән Әнүәр Мәхмүтовты Башҡортостан Прези­ден­ты Хакимиәте етәксеһе итеп тәғәйенләне.
Әнүәр Әнәс улы Мәхмүтов 1955 йылдың 26 сентябрендә Өфөлә тыуған. Юғары белемле – Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетын тамамлаған. 2010 йылдың декабренән әлеге ваҡытҡа тиклем – Башҡортостан Респуб­ликаһы Прези­денты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары булып эшләгән.

* * *
Республика башлығының икенсе Указы менән Николай Курапов, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, БР Президенты Хакимиәте етәксеһе вазифаһынан бушатылды. Ул Башҡор­тос­тан Президенты советнигы итеп тәғәйенләнде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға