«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



08.01.2011 Өс һөйләм менән

«Берҙәм Рәсәй» фирҡәһенең төбәк бүлексәһенә яңы етәксе тәғәйенләнде. Партияның генераль советы президиумы ҡарары менән был вазифаны хәҙер Рөстәм Ишмөхәмәтов башҡарасаҡ. Рөстәм Ишмөхәмәтов 1977 йылда Ғафури районында тыуған, БДУ-ның тарих факультетын, БР Президенты ҡарамағындағы Башҡор­тостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Рәсәйҙең билдәле яҙыусыһы, яҡ­ташыбыҙ Талха Ғиниәтуллинға (әҙәби псевдонимы – Анатолий Генатуллин) «Башҡортостан Респуб­ликаһының халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исем бирелде. Был турала Указға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡул ҡуйҙы. Талха Ғиниәтуллиндың әҫәрҙәре халыҡсан булыуы менән айырылып тора һәм уҡыусылар күңелен арбай.

Төркиәнең сәнәғәт яғынан үҫеш­кән төбәктәренең береһе – Денизли виләйәтендә Башҡортос­тан Респуб­ликаһының Төркиәләге вә­киллеге һәм 1100 фирманы берләштергән Денизли Сәнәғәт палатаһы Башҡортостандың инвестиция проекттарын презентациялауҙы ойошторҙо. Презентация барышында Башҡортостан тураһында фильм күрһәтелде. Унда ҡатнашыусылар беҙҙең республика иҡтисадының үҫеш кимәленә хайран ҡалыуҙарын белдергән.

М. Солтанова исемендәге Ис­лам колледжында Мысырҙан килгән дүрт шәйехтең Өфө мосолмандары менән осрашыуы үтте. ҡунаҡтар республикала конфессия-ара хәлдең тотороҡло булыуын, Башҡортостан етәкселегенең дингә ҡарата аҡыллы сәйәсәтен билдәләне. Улар колледж студенттарын уҡытыу, республика райондарында Ислам нигеҙҙәре буйынса лекциялар уҡыуҙы ла күҙаллап килгәйне.

Байрам көндәрендә С. Акса­ковтың йорт-музейында ҡурсаҡ күргәҙмәһе эшләй. «Балалар, алмалар, бесәйҙәр...» тигән үҙенсәлекле исем алған сарала оҫталар Рәфиҙә Ғөбәйҙуллина менән Ирина Хлесткинаның эштәре ҡуйылған. Авторҙар – Рәсәй, халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашып, юғары баһаланған ижадсылар.

Тимер юлын аша сығыу урында­рында хәүефте, һәләкәттәрҙе кәметеү маҡсатында быйыл республикала 21 объектҡа капиталь ремонт яһаласаҡ. Тағы ла 17-һендә юлға тимер-бетон, резина йәйеләсәк, етәүһен яҡтыртыу яҡшыртыласаҡ. Бынан тыш, тимер юлы менән автомобиль юлдары киҫешкән ерҙә видеокамералар ҡуйыу ҙа ҡаралған.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға