«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Күңел матурлығы сәхифә матурлығынан өҫтөнөрәк!



10.05.2018 Күңел матурлығы сәхифә матурлығынан өҫтөнөрәк!

2118 йыл. Донъя төрлө яңы технологиялар менән тулған. Кешеләр бер-береһе менән аралашмай. Улар виртуаль донъяла йәшәй. Әйтерһең, интернет кеше менән идара итә. Заманса технологиялар арҡаһында кешелек хатта икенсе планеталар менән бәйләнештә була ала. Ә бына кешеләрҙең баш күтәреп тирә-яҡҡа ҡарарға, һөйләшергә лә ваҡыты юҡ. Яңылыҡ, кәрәккән-кәрәкмәгән мәғлүмәт, бөткөһөҙ проблема…
Бына шулай йәшәгән ваҡытта беҙҙең геройыбыҙ яңылыш ҡына үҙенең өләсәһенең көндәлеген табып алды. Бында йөҙ йыл элекке, 2018 йылғы, ваҡиғалар бәйән ителгәйне. Бына нимәләр яҙылған унда.
«2018 йыл, 5 ғинуар. Миңә 18 йәш тулды. Тыуған көнөмә «Бәйләнештә» селтәренән бик күп ҡотлау открыткаһы килде. Күбеһе стандарт ҡотлау ебәргән, бары тик күрше Әнисә менән Гүзәл апайым ғына матур итеп үҙенсә яҙған. «Инстаграм»да ла шул уҡ хәл. Бер үк статустар, ҡотлау хаттары…»
«2018 йыл, 20 ғинуар. Бөгөн керпек «үҫтерҙем». Ҡыҙыл күлдәгемде кейеп төшкән селфи фотомды «Инстаграм»ға ҡуйҙым. Бер сәғәттә ул 50 «лайк» йыйҙы».
«2018 йыл, 1 февраль. Иртәгә ағайымдың туйы. Уны кафела үткәрәбеҙ. Тамада булып билдәле йырсы килә. Үәт, «клево» буласаҡ! Район үҙәгенә тырнаҡ үҫтерергә барҙым. Матур китеп сыҡты. Фотоға төшөрөп, интернетҡа һалдым. Коммен­тарийҙарға ҡарағанда, күп кешенең күҙе ҡыҙҙы».
«2018 йыл, 8 март. Атайым «айфон» алып бирҙе. Кредитҡа инде… Ну, ярай. Дуҫтарым был гаджетты бө­тәһе лә тиерлек әллә ҡасан алып бөт­тө. Мин кемдән кәм? Ярар, түләп бөтөрбөҙ әле. Бөгөн сығып әйләнергә кәрәк, бүләк менән маҡтанырға…»
Көндәлек биттәре ошолай тәртиптә дауам итә лә итә. Нимә ашайһың, ҡайҙа барғанһың, нимә алғандар, ҡайһы ерең үҙгәргән – бөтәһен дә интернетҡа ҡуйып, лайктар йыйыу был тормошта иң мөһиме кеүек…
…2118 йыл. Был бары минең күҙаллауҙар ғына. Тиҫтерҙәремә көндәлек аша беҙҙең бөгөнгөбөҙҙө күрһәткем килде. Шундай кәрәкмәгән мәшәҡәттәр, юҡ эш менән булышабыҙ бит. Нимәгә кәрәк һуң һәр аҙымыңды башҡаларға еткереү, мода артынан ҡыуам тип, яңы әйбер­ҙәр алыу өсөн кредит һаҙлығына батыу? Нимәгә тәбиғәт биргән матурлыҡ менән ҡәнәғәтләнмәй, керпек, тырнаҡтар «үҫтереү», операциялар эшләтеү?! Нимәгә беҙ шул ҡәҙәр интернетҡа бәйлебеҙ? Кәрәкме, кәрәкмәйме, төрлө мәғлүмәтте уҡыу, ундағы һәр бер нәмәгә ышаныу? Яңы ғына рәхәтләнеп китаптар уҡый инек! Ә хәҙер интернетҡа бәйлелегебеҙ арҡаһында китап уҡыу онотолоп килә. Килә­сәктә улар музейҙа ғына ятып ҡалмаҫмы? Ә бер-беребеҙҙең хәлен белешергә барыу, күҙгә-күҙ ҡарашып сәй эсеп, күңел булғансы һөйләшеүҙәр?! Хәҙер бит туғандарҙың да хәлен интернеттан ғына яҙып һорашабыҙ. Күңел байлығы, күңел матурлығы тигән төшөнсәләр электрон бәйләнеш һәм «Инстаграм»­дағы сәхифәнең матурлығына ғына тороп ҡалмаҫмы?
Әлегә һуң булмаҫ элек туғанлыҡ төшөнсәләрен ҡәҙерләп, бер-беребеҙгә күңел йылыһын өләшеп, күҙгә-күҙ ҡарап, аралашып ҡалайыҡ. Тыуғандан алып ата-әсәләренең, туғандарының көндәр буйы виртуаль донъяла ултырғанын күргән йәш быуынға үрҙә яҙылған 2118 йылғы кеүек тормош насип булып ҡуймаһын!

Гөлназ ҠОТЛОГИЛДИНА,
Өмөтбай урта мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы.

Баймаҡ районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға