«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башланғыс ярҙам 200 мең һумға артасаҡ



28.12.2010 Башланғыс ярҙам 200 мең һумға артасаҡ

Эш башларға теләгән эшҡыуарҙарға хәҙер еңелерәк буласаҡ: Хөкүмәт башланғыс финанс ярҙамын тағы ла 200 мең һумға арттырырға ҡарар иткән – 2012 йылдан үҙ фирмаһын асырға ниәтләүселәргә 500 мең һум аҡса бүләсәк.
750 бәләкәй һәм урта бизнес предприятиеһы дәүләт ярҙамына өмөт итә ала. Был ниәт бойомға ашырылған хәлдә 3500 эш урыны барлыҡҡа киләсәк.
Бынан тыш, 2011 йылдың ғинуарында «Бизнес всеобуч» программаһы буйынса республикала 240 бизнес класы асыласаҡ. Унда юридик мәсьәләләр, теркәлеү, һалымдар, тикшереүҙәр һәм башҡалар тураһында һөйләйәсәктәр, бизнес-план төҙөргә өйрәтәсәктәр.
«Башинформ».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға