«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өфөлә аквапарк төҙөләсәк



28.12.2010 Өфөлә аквапарк төҙөләсәк

Өфөлә аквапарк төҙөләсәкБашҡортостанда «СорғоттрубоПроводСтрой» компанияһы президенты Игорь Путин менән компанияның директорҙар советы рәйесе Сергей Кошкин булып китте – улар беҙҙең республика менән инвестиция проекттарын бойомға ашырыу өсөн уңайлы майҙансыҡ булараҡ ҡыҙыҡһынды.
Республика башлығы менән осрашыуҙарында Стәрлетамаҡта нефть-газ табыусы комплекс объекттарын төҙөү буйынса бэк-офис асыу пландары менән уртаҡлаштылар. Инвесторҙар Өфөлә ике «Ашан» мегаүҙәген һәм аквапарк төҙөргә ниәтләй. Рөстәм Хәмитов уларҙың инициативаһын хупланы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға