«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды буласаҡ



25.12.2010 Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды буласаҡ

Киләһе йылда Башҡортостан «2011 – 2015 йылдарҙа Башҡор­тостан Республикаһында торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереүҙе дәртләндереү» республика маҡсатлы программаһын тормошҡа ашырыуға тотона.
Биш йылдан төбәктә йыл һайын 3 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ тапшырыласаҡ, тип күҙаллана. Торлаҡ менән тәьмин ителеш бер кешегә 24,4 квадрат метрға тиклем артасаҡ (әлеге ваҡытта был күрһәткес 21,1 квадрат метр тәшкил итә). Программаның төп бурысы – арзан торлаҡ төҙөү. Шуға күрә бөтә күп ҡатлы торлаҡтың 60 проценты (Өфөлә квадрат метры – 28 мең һәм республика буйынса 24 мең һумдан) эконом-класс торлағы буласаҡ. Был ҙур бурысты «Социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды» коммерция булмаған ойошмаһы тормошҡа ашырасаҡ. Бынан тыш, фондта торлаҡҡа мохтаждарҙың берҙәм электрон мәғлүмәт базаһы булдырыласаҡ. Хәҙер сиратта тороусылар тураһында мәғлүмәттәр тарҡау, сираттарҙы ҡала һәм район хакимиәттәрендә, төрлө ведомстволар­ҙа һәм йыш ҡына ҡағыҙҙа алып баралар. Яңы электрон мәғлүмәттәр базаһы процесты тәртипкә һалырға ярҙам итә. 2011 йылдың беренсе кварталы аҙағына социаль торлаҡ төҙөлөшөнә бүленгән ер участкаларының исемлеге барлыҡҡа киләсәк.
БР Торлаҡ төҙөлөшө фондының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, фондҡа Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов етәкселегендәге попечителлек советы идара итәсәк, «БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды» дәүләт унитар предприятиеһының эше үҙгәрешһеҙ дауам итәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға