«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Кремлгә 132 уҡыусы барасаҡ



18.12.2010 Кремлгә 132 уҡыусы барасаҡ

26 декабрҙә Мәскәүҙә, Дәүләт Кремль һарайында традицион дөйөм Рәсәй Яңы йыл байрамы үткәрелә.
Унда Башҡортостандан 132 бала – балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр, уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, ижади конкурстарҙа еңеүселәр, призерҙар һәм лауреаттар, хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, социаль яҡланмаған ғаиләләрҙең балалары барасаҡ. Улар театрлаштырылған музыкаль тамаша ҡараясаҡ, ҙур уйын программаһында ҡатнашасаҡ. Кремль шыршыһы тураһында иҫтәлек итеп һәр балаға бүләккә сувенир тапшырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға