«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя кимәлендәге станоктар сығарыласаҡ



18.12.2010 Донъя кимәлендәге станоктар сығарыласаҡ

Өфөлә уникаль нанотехнологиялар производствоһы – «ECM» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен асыу тантанаһы үтте. Унда Мәскәү, Пермь һәм башҡа ҡалаларҙан ҡунаҡтар ҡатнашты.
«ЕСМ» – Башҡортостандағы төрлө металдарҙан һәм уның ҡушылмаларынан деталдәр әҙерләү өсөн яңы быуын электр химияһы станоктарын етештереүсе тәүге предприятие. «Роснано»ның генераль директоры Анатолий Чубайс был ваҡиғаны, илебеҙҙең машиналар эшләү тармағында донъя кимәлендәге алдынғы асыш, тип атаны.
«ECM» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2009 йылда ойошторолған. Авторҙар коллективы электр химияһы өлкәһендә 30 йылдан ашыуыраҡ тәжрибәгә эйә. Бында электр химияһы станоктарының 12 сериялы моделе булдырылған, йөҙҙән ашыу технологик процесс Рәсәйҙә һәм сит илдә ҡулланыу тапҡан. Авторҙар ете монография, өс йөҙгә яҡын мәҡәлә баҫтырған, үҙҙәренең уйлап тапҡан эшләнмәләренә 100-ҙән ашыу патент алған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға