«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһынан китте



18.12.2010 БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе вазифаһынан китте

Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының 54-се ултырышында, БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Рәмил Мәжитовтың, икенсе эшкә күсеү сәбәпле, үҙ теләге менән ваҡытынан алда вазифаһынан бушатыуҙы һорап ғариза яҙыуы менән бәйле, ултырышта уны рәйес вазифаһынан бушатыу тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе бурыстары рәйес урынбаҫары Нәүфәл Янбухтинға йөкмәтелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға