«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Белемле бер ерҙә лә юғалмаҫ



19.05.2017 Белемле бер ерҙә лә юғалмаҫ

Ағасты – емешенә, кешене эшенә ҡарап билдәләйҙәр. Ошо һүҙҙәр менан ризалашам. Был донъяға килгән һәр бер кеше үҙенән һуң ниндәй ҙә булһа иҫтәлек ҡалтыра. Ҡылған эштәре изге булһа, тимәк, ғүмере заяға уҙмаған, ә инде алама яҡтары күберәк икән, мәғәнәһеҙ тормош кисергән.

Маңлайыңа нимә яҙылһа, шул булыр, тиеүҙәре менән килешмәйем, сөнки тормошоң үҙ ҡулыңда, ауырлыҡтар барлыҡҡа килһә, зарланып ултырмаҫҡа, уларҙы еңергә кәрәк. Бәләкәй саҡта «үҙ урыныңды таба белеү» тигән һүҙҙәргә мәғәнә бирмәһәк, ҙурая килә уйлана башлайбыҙ. Мәк­тәпте тамамлағас, беҙҙе, йәш быуынды, ҡайҙа уҡырға барырға, ниндәй һөнәр менән шөғөлләнергә, тигән һорауҙар борсой.
Үҙ урынымды нисек табырға? Быны ғаилә менән бергә етди уйлап хәл итергә кәрәк. Артабанғы тормошобоҙ тап ошонан торасаҡ, ә ата-әсә үҙ балаларына бер ваҡытта ла насарлыҡ теләмәй. Талбазы башҡорт гимназияһын тамамлағас, уҡыуымды Өфө радиоэлектроника колледжында дауам итергә булдым. Буласаҡ һөнәрем – ҡотҡарыусы. Бәләгә тарыған кешеләргә ярҙам итеү теләге тап ошо уҡыу йортона алып килде. Буласаҡ һөнәремдең иң ҙур емеше – кешеләрҙең ихлас йөҙҙәре һәм рәхмәт белдергән һүҙҙәре. Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара, тигән боронғолар.
Буш ваҡытымда китап һәм журналдар уҡырға яратам. «Башҡор­тос­тандың йөҙ шәхесе» акцияһы иғлан ителеүгә бик ҡыуандым. Был исемгә лайыҡ булғандарҙың тормош юлы ҡыҙыҡһындыра. Билдәле шәхестәрҙең исемдәре халыҡ хәтерендә юйылмаҫҡа тейеш.
Ә киләсәктә, мин ышанам, бындай шәхестәрҙең исеме йөҙ генә булмаҫ, меңгә етер, талантлы кешеләр үҙҙәрен танытырҙар. Булат Солтангә­рәев кеүек тырыш, аҡыллы, маҡсатлы егет-ҡыҙҙар бар көстәрен биреп, иң ғәзиз кешеләренең өмөттәрен аҡлап, тырышып уҡырға тейеш. Белеме булған бер ерҙә лә юғалып ҡалмаясаҡ. Рухы ныҡ кеше генә тормош ауырлыҡтарына бирешмәҫ, күп кешене изге эштәргә әйҙәй алыр.

Илмир ИБРАҺИМОВ,
Өфө радиоэлектроника колледжының 1-се курс уҡыусыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға