«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Салауат эҙҙәре буйлап



14.12.2010 Салауат эҙҙәре буйлап

Салауат эҙҙәре буйлапКисә ЮНЕСКО эштәре буйынса Башҡортостан Республикаһы комитеты делегацияһы «Балтик буйы диалогы – Салауат Юлаев эҙҙәре буйлап» халыҡ-ара акцияһында ҡатнашыу өсөн сәфәргә юлланды.
Был сара ха­лыҡ-ара донъя халыҡтары диа­логы һәм мә­ҙәниәтен яҡы­найтыу йылы сигендә үтә.
Эстония, Лат­вия һәм Лит­­вала Баш­ҡор­тостан де­легацияһының рәсми осра­шыу­­ҙарын үт­кәреү күҙалланған. Шул иҫәптә Пал­диски ҡалаһы етәкселеге, ошо тө­бәк­тәрҙә йәшәүсе милләттәштәребеҙ менән әңгәмәләр, Салауат Юлаев исеме менән бәйле иҫтәлекле урындарға сәйәхәт ҡаралған. Балтик буйының һәр дәүләтендә Башҡортостан тураһында күргәҙмә, артистар сығышы буласаҡ.

А. ЗИННУРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға