«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башына өсөнсө күҙ ҡуйғанмы?



14.12.2010 Башына өсөнсө күҙ ҡуйғанмы?

Башына өсөнсө күҙ ҡуйғанмы?Нью-Йорк университетының сәнғәт профессоры, рәссам-концептуалист Вафаа Билял соңҡаһына цифрлы фотоаппарат ҡуйған – магнит ярҙамында камера беркетелгән титан пластинаны уның башына Нью-Йорктың тату-салондарының береһендә наркоз аҫтында өс сәғәткә яҡын урынлаштырғандар.
Биш сантиметр диаметрлы ике ярым сантиметр ҡалынлыҡтағы аппарат уның башында бер йыл тирәһе торасаҡ һәм йыл буйы Билялдың артында нимә булған, шуны фотоға төшөрәсәк. Фотолар Катарала заман сәнғәте музейындағы мониторға ебәрелеп торасаҡ.
«Өсөнсө күҙ» тигән исем алған был үҙенсәлекле инсталляция – Катарала 30 декабрҙә ойоштороласаҡ «Told/Untold/Retold» күргәҙмәһе сиктәрендә күрһәтелгән 23 нәфис проекттың береһе.
Р. ЙӘНСУРИНА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға