«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Министр нуримандар менән танышты



11.12.2010 Министр нуримандар менән танышты

Башҡортостандың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин Нуриман районы ауыл хужалығы предприятиеларында һәм фермер хужалыҡтарында мал ҡышлатыу барышын баһаланы.
Ведомство башлығы «Иҙел» агрофирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә, «Терәкле» крәҫтиән-фермер хужалығында булды, мал ҡышлатыу барышы, малдарҙы аҫрау технологияһы, аҙыҡ запасы, малсыларҙың эш шарттары, эш хаҡы менән ҡыҙыҡһынды.
Сәфәр йомғаҡтары буйынса министр хужалыҡтар, хеҙмәтләндереүсе ойошмалар етәкселәре, ауыл хужалығы идаралығы белгестәре менән эш кәңәшмәһе үткәрҙе, уҙған йылға йомғаҡ яһаны, киләһе 2011 йылға бурыстар ҡуйҙы, республиканың агросәнәғәт комплексындағы хәл тураһында һөйләне. Ведомство башлығы тәғәйен иҫкәрмәләр яһаны һәм бюджет аҡсаһын һөҙөмтәле файҙаланырға саҡырҙы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға