«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Премияны кем алыр?



03.08.2016 Премияны кем алыр?

Премияны кем алыр?Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия 2016 йылға конкурста ҡатнашыуға түбәндәгеләрҙе индерҙе:

Флүр Миңшәриф улы ҒӘЛИМОВ – «Аҙғын тәүбәһе» трилогияһы өсөн. БР «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы филиалы – «Башҡортостан» нәшриәте һәм Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан республикаһы ойошмаһы тарафынан тәҡдим ителде.

Наил Әсхәт улы ҒӘЙЕТБАЕВ – «Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том: тарихи пьесалар» өсөн. Башҡортостандың Милли әҙәбиәт музейы тарафынан тәҡдим ителде.

Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы ЯҠУПОВА – «Ҡатындар» трилогияһы өсөн. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте тарафынан тәҡдим ителде.

Айрат Рәүеф улы ТЕРЕҒОЛОВ – «Аҡбуҙат» эпосына һүрәттәр шәлкеме өсөн. Рәсәй Рәссамдар союзының Башҡортостан төбәк бүлексәһе тарафынан тәҡдим ителде.
Йомабикә Сәләхетдин ҡыҙы ИЛЬЯСОВА – «Мин үҙеммен һаман» һәм «Етегән» шиғырҙар йыйынтыҡтары өсөн. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана тарафынан тәҡдим ителде.

Гөлсинә Ғәлим ҡыҙы Мәүлекәсова һәм Илдар Илдус улы Манапов – Башҡортостандың театр-сәхнә сәнғәтен үҫтереүгә һәм танытыуға тос өлөш индергән, балет мәктәбенең иң яҡшы йолаларын байытҡан, «Аҡҡош күле», «Жизель», «Зо­лушка», «Спартак», «Анюта», «Сыңрау торна» балет спектаклдәрендә юғары башҡарыу оҫталығы өсөн. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры тарафынан тәҡдим ителде.

Комиссия ойошмаларҙы, уҡыу йорттарын, ижади йәмәғәтселекте әҫәрҙәрҙе тикшереүҙә ҡатнашырға саҡыра. Баһаламаларҙы 10 сентябргә тиклем ебәреү һорала.
Адресы: 450101, Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Башҡортостан Республи­каһы Башлығы хакимиәте, 315, 419-сы бүлмәләр.
Белешмәләр өсөн телефондар:
280-80-93, 280-80-75.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға