«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Эш биреүселәргә ни өсөн штраф һалынды?



07.12.2010 Эш биреүселәргә ни өсөн штраф һалынды?

БР Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы республикала йыл башынан алып хеҙмәт хаҡын түләү буйынса 1800 тикшереү үткәргәндән һуң һигеҙ меңгә яҡын хеҙмәткәр тотҡарланған 114,2 миллион һум түләүҙәрен алды.
1196 эш биреүсегә – биш миллион һумдан ашыу суммаға хеҙмәт хаҡын түләүҙә хоҡуҡ боҙоуҙары өсөн, 67-һенә дәүләт хеҙмәт инспекторҙарының етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү буйынса күрһәтмәләрен үтәмәгән өсөн штраф һалынды. Һигеҙ вазифалы кешегә дисциплинар яза бирелде.
Хеҙмәт хаҡын түләү өлкәһендә эшселәрҙең хеҙмәт хоҡуҡтарын икенсегә боҙоу осраҡтары асыҡланған өс етәксегә ҡарата дисквалификациялау мәсьәләһен хәл итеү өсөн материалдар судҡа ебәрелгән.
«Башинформ».







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға