«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Донъя яңылыҡтары



07.12.2010 Донъя яңылыҡтары

Ут һүнгән
Татарстандың Яңы Шишмә райо­нында йәкшәмбе көн 30 йәшәү пункты электр утынан мәхрүм ҡалды.
Уны һәм тағы ете районды тиҙ арала ут менән тәьмин итә алдылар.
Билдәле булыуынса, йәкшәмбелә Татарстанда көслө ел сығып, ҡапыл көн һыуытып ебәрҙе. Шул арҡала республиканың 13 районында ут һүнде. Әле бер районда ғына хәл ҡатмарлы. Тәбиғәттең бындай «күстәнәс»тәренә әҙер булмаған халыҡ аптырашта ҡалған.

Бер акула булдымы, меңме?
Үткән аҙна аҙағында ҡыҙыл диңгеҙҙә бер нисә кешене яралаған акула тотолған, тигән хәбәр ҙә ишетелгәйне.
Тик был дө­рөҫ булып сыҡманы – йыртҡыс тағы ла бер кешегә ташлан­ған, һәм ул турист һәләк булған. Мысырҙа өс акуланы тотҡандар ҙа инде, әммә уларҙың береһенең дә ашҡаҙанында кеше тәненең өлөштәре табылмаған.
Акулаларҙың ярға яҡынайыуының бер нисә версияһы бар. Берәүҙәр, акула берәү генә һәм үҙе зәғиф, шуға ла еңел табыш эҙләй, тип фаразлай. Икенселәр фекеренсә, законһыҙ рәүештә күпләп балыҡ тотоу арҡаһында йыртҡыстар асыға, имеш. Шуныһы ла бар – ҡорбан байрамы алдынан ҡыҙыл диңгеҙ аша мал ташығандар. Ярға сығып еткәнгә тиклем үлгән малдарҙы диңгеҙгә ташлап барғандар, уларҙы тулҡын ярға килтереп сығарған. Акулаларҙы ошо ит «дәртләндергән», тип билдәләүселәр ҙә табыла.
Һәр хәлдә, йыртҡыс арҡаһында Мысыр туризмы ҙур юғалтыуҙар кисерә.

«Апокалипсис»
Израилдә ҡоторған янғынды киң матбуғатта «ут апокалипсисы» тип атанылар.
Ысынлап та, илдә ҡапыл килеп сыҡҡан янғын күптәрҙең ҡотон алды.
Ярай әле Израилгә Рәсәй ярҙамға килде. Беҙҙең Ил–76 самолеты тәбиғәт янғынын һүндереү буйынса ҙур мөмкинлектәргә эйә. Ул утҡа 100 тоннаға яҡын һыу һипте.
Израилдә янғындың йорттарҙы ялмап алыу ҡурҡынысы бар ине. Шуға ла беҙҙең ҡотҡарыу самолеттары ярҙамға килеп еткәс, Иерусалим еңел тын алды. Бәләгә тарыған урындан 17 мең кешене эвакуацияланылар. Шулай ҙа ҡорбандар бар: кәмендә 42 кеше һәләк булған, 3 миллиондан ашыу ағас янып бөткән. Урмандағы йәнлектәрҙең күпмеһе ҡырылыуын күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын.
Был – Израиль тарихында иң ҙур янғын.

Үҙҙәрен үҙҙәре туҡтатмаһалар...
Себерҙә йәшәүсе аҙ һанлы халыҡты һаҡлап ҡалыу өсөн төрлө юлдар уйлап табырға мәжбүрҙәр.
Чукоткала спиртлы эсемлектәрҙе ҡулланыу мәсьәләһе, ысынлап та, киҫкен тора. Дөрөҫөрәге, халыҡ ныҡлап эсә.
«Берҙәм Рәсәй» партияһының Алыҫ Көнсығыш буйынса төбәк-ара конференцияһында ҡатнашыусы ил хөкүмәте Премьер-министры Вла­димир Путин билдәләүенсә, әгәр урындағы халыҡ вәкилдәре, алкоголь миҡдары күп булған эсемлектәрҙе ҡулланыуҙы ҡыҫҡартыу өсөн араҡыны Себергә аҙыраҡ килтерергә кәрәк, тип һанай икән – рәхим итһендәр. Тик был мәсьәлә урындағы власть кимәлендә хәл ителергә тейеш. Себерҙең аҫаба халҡын эсеү арҡаһында һәләк булыуҙан ҡотҡарыу өсөн Рәсәй Хөкүмәте тарафынан яңы ҡағиҙәләр ҡабул итеү – артыҡ.


Л. СИРАЕВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға