«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Еңел түгел икән… кеше һөйләгәнде яҙыуы



10.05.2016 Еңел түгел икән… кеше һөйләгәнде яҙыуы

Еңел түгел икән…  кеше һөйләгәнде яҙыуы Апрель аҙағында башҡорт теленән төбәк диктанты яҙып, шаулап алдыҡ. Бик яҡшы сара булды ул. Был үҙ белемеңде тикшереп ҡарау ғына түгел, ә осрашыу-күрешеү урыны ла, тип баһаланылар әлеге һынауҙы. Ниндәй булһа ла булһын әле.
Уҡыусыларға, бәлки, ҡыҙыҡ та түгелдер, ә бына мәктәпте күптән тамамлаусыларға йәштәр менән бер парта артында ултырып диктант яҙыуы, мауыҡтыр­ғыс һәм тырышлыҡ талап иткән эш. Шәхсән үҙем былтыр ҙа барып яҙғайным, “дүртле” баһаһы алып ҡыуанғайным, ә быйыл ниңәлер һөҙөмтәләр исемлегендә юҡмын, күрәһең, яҙмам йөҙҙән ашыу эш араһында ҡайҙалыр “ҡыҫылып төшөп юғалған”. Был “бәхет­һеҙлек”тә яңғыҙ түгелмен әле – исеме әйләнә-тирәбеҙҙә билдәле бер шәхес­тең дә диктантына баһа юҡ. Ярай, уныһы мөһим түгел, бәлки, беҙ унда барыуыбыҙға ла ризалыр.
Алдан хәбәр ителгән regdict.bashedu.ru сайтына әллә нисәмә тапҡыр инеп, һөҙөмтәләрҙе көттөм. Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында 156 кеше диктант яҙған. Шуларҙың 32-һе “бишле” алған, афарин! Бер тиҫтәнән әҙ генә күберәгенә “икеле” сәпәлгән. Нимәһе, кем әйтмешләй, “әбидне”, арҙаҡлы шәхесебеҙ Әхмәтзәки Вәлидиҙең исеме аҫтында яҙған кешенең иң насар билдә алыуы. Ул йә, бик рухлы булһа ла, бик күптән диктант яҙмаған, йә белеме самалыраҡ, йә иғтибарһыҙ. Хатта йән көйҙө – ниңә ул шундай исем аҫтында яҙған?! “Икеле”гә яҙған Бибеш, Йәнеш, Емештәр өсөн дә борсолоп ҡуйҙым әле. Ә бына “Незнайка”, “Этанол Метанолович” бер ниндәй ҙә тойғо уятманы.
БДУ-ның Сибай филиалында яҙылған диктант баһалары ла яҡшы кәйеф тыуҙырманы. 146 кеше араһынан “бишле”ләрҙе эҙләп саҡ табып алдым. Өсәү генә ине ундайҙар, улары ла уҡытыусы. Стәрлеләр белемлерәк – БДУ-ның был ҡалалағы филиалында 159 кеше яҙған, ике тиҫтәнән ашыу “бишле” бар, “икеле”не 12-әүһенә ҡуйғандар. Бөрөлә сағыштырмаса яҡшыға яҙғандар. Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһында ла, Әлшәй, Архангел, Балаҡатай, Ейәнсура, Ҡыйғы, Тәтешле, Мәсетле, Баймаҡ райондарындағы диктант яҙыу­сылар ҙа һәр кеме үҙенә тәғәйен баһа алған. Ҡыҙыҡһыныусылар булһа, сайтҡа инеп ҡарағыҙ.
Эйе, еңел түгел икән шул диктант яҙыуы. Тырышайыҡ әле, әҙ генә булһа ла. Телебеҙҙең матурлығын ишетә, күрә, тоя беләйек. Күберәк уҡырға кәрәктер ул. Әлбиттә, донъя менән бергә атлар өсөн интернет һәм виртуаль донъяла аралашыу ҙа кәрәк, әммә унда ла башҡорт теле үтеп инде. Әйҙә, рәхәтләнеп файҙалан ғына. Һәр хәлдә, туған телде белеү – бөтәһенең дә бурысы. Белмәү ғәйеп түгел, белергә теләмәү – ғәйеп, тиҙәрме әле? Ана шул теләмәү насар ул.

Б. Рәшитов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға