«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ә беҙҙең ауылда...



25.12.2015 Ә беҙҙең ауылда...

Раушания ТАКАЕВА,
Хәйбулла районының Татырүҙәк ауылы:


– Аҡъяр ауыл мәҙәниәт йортонда әле тамамланып килгән Әҙәбиәт йылы айҡанлы тыуған яҡты өйрәнеү промоакцияһы үтте. Унда “Хәйбулланың көмөш ынйылары” йыйылды. Матур, фәһемле сараға сәсәндәр, мөнәжәтселәр, ҡәләм тибрәтеүселәр һәм башҡа талант эйәләре саҡырылды. Килгән ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт йорто етәксеһе Лариса Мәмбәтова ихлас тәбрикләп ҡаршы алды. Кисә барышында районыбыҙҙа йыл дауамында ойошторолған әҙәби сараларға баһа бирелде, байҡау яһалды. Төрлө темаға арналған шиғырҙар яңғыраны. Гөлфиә Хәләфетди­нова йырҙары менән сығыш яһаны. Әйткәндәй, быйыл беҙҙең районда ижад итеүсе күп кенә шиғыр яҙыу­сыбыҙҙың китаптары ла сыҡты.
Сара райондың үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы етәксеһе Оксана Сынбулатова тарафынан ойошторолғайны. Ошондай байрамдар йышыраҡ үтһен. Улар бер-берең менән яҡындан аралашыу мөмкинлеге бит, күңелдәргә рух һәм йылылыҡ та өҫтәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға