«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яҡташтары уны онотмай



18.12.2015 Яҡташтары уны онотмай

Ошо көндәрҙә Иглин районының Иглин ауылындағы 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбендә яҡташыбыҙ, тел белгесе, ғалим һәм педагог, филология фәндәре докторы, Рәсәй Фе­дерацияһының һәм Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Данис Солтан улы Тикеевтың тыуыуына 75 йыл тулыуға арнал­ған хәтер кисәһе уҙҙы.

Яҡташтары уны  онотмайДанис Солтан улы Тикеев исеме беҙҙең мәктәпкә Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2012 йылдың 21 майында ҡабул ителгән ҡарарына ярашлы бирелгәйне. Бындай изге, оло эште башҡарып сығыу өсөн берҙәм, маҡсатҡа ынтылышлы, ваҡытын һәм көс-хәлен йәлләмәгән, яҡташтарына битараф булмаған шәхестәр бергә тупланды. Шулар араһында Данис Солтан улының исемен мәңгеләштереүгә Башҡортостан Респуб­ликаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙан­ған уҡытыусыһы Разыя Хәйрет­динова, Данис Солтан улының бер туған ҡустыһы, тыуған яғының, иленең патриоты, БР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Башҡортос­тандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, тарих фәндәре докторы Фаил Солтан улы Тикеев бигерәк тә тос өлөш индерҙе.

Хәтер кисәһендә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты Фәнзил Санъяров, филология фәндәре кандидаты, доцент, Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалының башҡорт филологияһы факультеты деканының уҡыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Гөлназ Вәлиева, филология фәндәре кандидаты Миләүшә Арыҫланова, Иглин районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Рәүеф Кәлимуллин, «Дәүер» гәзите редакцияһы хәбәрсеһе Миләүшә Хәсәнова, Иҫке Ҡыбау ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Урал Камалетдинов, Түбәнге Ләмәҙ ауылы мәктәбе директоры Рифат Хәсәнов, Тү­бәнге Ләмәҙ ауылы мәктәбенең юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нә­симә Моталлапова, район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, аккомпаниатор, республика, халыҡ-ара вокал конкурстары лауреаты Фәһим Тоҡомбәтов ҡатнашты.

Сара «Күңелем күҙҙәре аша» әҙәби-музыкаль композициянан башланып, «Тел белгесе, ғалим һәм педагог Д. С. Тикеев» темаһына ҡунаҡтарҙың сығышы менән дауам итте. Артабан Башҡорт дәүләт университетының Стәрле­тамаҡ филиалы вәкилдәре 11-се синыф уҡыусылары өсөн профориентация эше ойошторҙо. Кисә Д. Тикеев исемендәге мәктәп музейына экскурсия менән тамамланды.

Данис Солтан улының изге исеме онотолмай. Яҡташтары, хеҙмәттәштәре һәм студенттарының, уның менән аралашҡан һәр кемдең күңелендә яҡты маяҡ булып һаҡлана.
Хөрмәт Айытбаев,
мәктәп директоры.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға