«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » «Колос» – Рәсәйҙәге иң яҡшы студент төҙөлөш отряды



04.12.2010 «Колос» – Рәсәйҙәге иң яҡшы студент төҙөлөш отряды

РФ Ауыл хужалығы министрлығында аграр вуздарҙың махсус студент отрядтары конкурсы 14 номинация буйынса үткәрелде: 23 вуздың студент отрядтары вәкилдәре Кубоктар һәм Почет грамоталары алды. Башҡорт дәүләт аграр университетының «Колос» студент төҙөлөш отряды илдә иң яҡшыһы тип танылды.
Производство эшмәкәрлеге менән бер рәттән, студенттар ауыл халҡына, балалар йорттарына, ҡарттар йорттарына, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына социаль ярҙам күрһәтә.
Быйыл РФ Ауыл хужалығы министрлығы вуздарының Бөтә Рәсәй студент отряды 39500 йәш кешене берләштергән 1074 студент отрядынан торҙо. Аграр вуздың һәр бишенсе студенты – студ­отряд ағзаһы. 1 миллиард һумдан ашыулыҡ эштәр башҡарылып, эш хаҡының дөйөм фонды 200 миллион һумдан ашыу тәшкил итте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға