«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңы йыл балаларға әкиәт донъяһы алып килһен



04.12.2010 Яңы йыл балаларға әкиәт донъяһы алып килһен

Республика Президенты Рөстәм Хәмитов республикала Яңы йыл байрамдарын үткәреү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, ойоштороу комитетына муниципаль район һәм ҡала округтары хакимиәттәре, профсоюз һәм башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениеларында, ауылдар майҙандарында Яңы йылды байрам итеүгә арнал­ған карнавалдар, сәхнәләштерелгән тамашалар һәм башҡа сараларға әҙерлекте һәм уларҙы үткәреүҙе тәьмин итергә, 22 декабрҙә Нефтселәр мәҙәниәт һарайында уҙғарыласаҡ Президент шыршыһы байрамына район һәм ҡалалар мәғариф учреждениеларынан уҡыусыларҙы, олимпиадаларҙа һәм спорт сараларында еңеүселәрҙе, үҙешмәкәр түңәрәк фестивалдәре лауреаттарын, шулай уҡ вазифауи бурысын үтәгәндә һәләк булған БР хәрби хеҙмәткәрҙәре һәм эске эштәр бүлектәре ғаиләләре балаларын саҡырырға; республика Хөкүмәтенә 1 декабргә тиклем Президент шыршыһын әҙерләүгә һәм үткәреүгә, унда ҡатнашыусыларға «Салют» санаторийында өс көнлөк ял ойоштороуға, биш һәм унан күберәк 14 йәшкә тиклемге бәлиғ булмаған балалары булған ғаиләләр балаларына Президент бүләктәрен һатып алыуға аҡса бүлергә ҡушылды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға