«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Башҡортостан – ышаныслы майҙан



06.11.2015 Башҡортостан – ышаныслы майҙан

Өфөлә Рәсәй Феде­рацияһы ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Евгений Громыко булды. Уның Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашыуында республика агросәнәғәт комплексының үҫеш перспективалары тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов, ауыл хужалығы күрһәткестәре насар булмаһа ла, беҙгә артабан үҫергә, тармаҡты үҙгәртеп ҡорорға кәрәк, тип белдерҙе. Беҙгә Краснодар крайы, Тамбов өлкәһендәге кеүек ҙур хужалыҡтар кәрәк. Республика етәксеһе әйте­үенсә, төбәктең алдын­ғы хужалыҡтарын эреләтеү бара. Шул уҡ ваҡытта ауылдарҙағы урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ла булышлыҡ итергә тырышабыҙ.
Евгений Громыко Башҡор­тостанды Рәсәйҙең аграр сәнәғәте комплексында буласаҡ ҡаҙаныштар өсөн ышаныслы плацдарм тип баһалауын белдерҙе. Ул айырыуса “Йәнле ауыл” республика проекты менән ҡыҙыҡһынды. Башҡор­тостанда күп кенә теплица хужалығы төҙөлгән һәм ошо йүнәлештә төбәк үҙен тулыһынса тиерлек тәьмин итә ала. Был да федераль ведомство етәкселеге иғтибарынан ситтә ҡалмай.
– Башҡортостандан өйрәнәһе нәмәләр күп, – тине министр урынбаҫары.

Әйткәндәй

Ошо көндәрҙә Рөстәм Хәмитов бер төркөм ауыл хужалығы эшсәненә дәүләт наградалары тапшырҙы. Быйыл 3,2 миллион тонна иген йыйып алынған. Беҙҙең агротармаҡ Рәсәйҙә иң ҙурҙарынан һанала һәм етештереү күләме буйынса етенсе урында тора.
Бүләкләнеүселәр араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Халыҡтар дуҫлығы орденына Илеш районының “Урал” йәмғиәте тракторсыһы Анфал Ахунов, Салауат Юлаев орденына Тәтеш­ленән К. Маркс исемендәге хужалыҡ тракторсыһы Ривал Сахратов лайыҡ булды.
“Башҡортостан Республи­каһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн” тигән юғары билдә менән бүләкләнеүселәр араһында Ишембай райо­нының “Салауат” йәмғиәте тракторсы-машинисы Рә­мил Вәлиев, “Ергән МТС-ы” йәмғиәтенең Ейәнсура райо­нындағы “Ейәнсура” бүлексәһендә һауынсы булып эшләүсе Рәүилә Абдуллина бар.
“Башҡортостан Республи­каһының атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсәне” исеменә лайыҡ булыусылар исемлегенә Асҡын районының “Ҡаҙансы” хужалығы етәксеһе Салауат Вәлиев, Әбйәлил районының “За­уралье Агро” МТС-ы водителе Әлфир Илһамов ингән.
Бынан тыш, Башҡор­тостан Республикаһының, Башҡортостан Башлығының Маҡтау ҡағыҙҙары ла тапшырылды. Тантанаға барлығы биш тиҫтәгә яҡын алдынғы эшсән килгәйне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға