«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Йөҙҙәренән шатлыҡ бөркөлә



06.11.2015 Йөҙҙәренән шатлыҡ бөркөлә

Йөҙҙәренән  шатлыҡ бөркөләСтудент булғас, бихисап ерҙә булырға тура килә. Төрлө кешеменән аралашыу күңелле лә, ҡыҙыҡ та. Ҡайһы саҡта юлда шундай яҡшы кешеләр осрап ҡуя. Һеҙҙе Салауат ра­йонының Сыбаркүл ауылында йәшәүсе күркәм ғаиләләрҙең береһе Миңзилә һәм Урал Ҡазыхановтар менән таныштырып үтмәксемен.
Урал ағай менән Миңзилә апай­ҙың йорттары үҙе үк һәр килгән кешене алыҫтан әйҙәп, саҡырып торғандай. Ҡыҙҙар менән ҡунаҡҡа барғанда улар яҡты йөҙ менән ҡаршы алды. Шундай ихлас, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған ғаиләне тәүгә күреүем ине. Миңзилә апай беҙҙе ауыл тарихы, йылға-күлдәре менән таныштырып сыҡты. Ә иртәгәһенә: “Ҡыҙҙар, әйҙә Әсәләр көнөнә бергәләп тамаша әҙерләйек!” – тип дәртләндереүе булды, беҙ уның һүҙҙәрен хуплап, Сыбаркүл ауылында гөрләтеп концерт ҡуйып ҡайттыҡ.
Был татыу ғаиләнең бергә йәшәүҙәренә быйыл – 25 йыл. Ошо ғүмер эсендә уларға бик күп һынау аша үтергә тура килә. Шулай ҙа бирешмәйҙәр, иңгә-иң терәшеп, бөтә ауырлыҡтарҙы бергә үтеп, етеш тормошта татыу ғүмер кисерәләр. Ғаилә башлығы Урал ағай Лағыр урта мәктәбендә техник хеҙмәткәр вазифаһын башҡара. Миңзилә апай әлеге ваҡытта Сыбаркүл ауылының мәҙәниәт йорто мөдире. Үҙҙәренә оҡшап, итәғәтле ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Оло ҡыҙҙары Гөлназ яңыраҡ ҡына кейәүгә сыҡты. Өфөләге Башҡорт медицина колледжын тамамлап, “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләй. Кесе ҡыҙҙары Илүзә БДУ-ның Бөрө филиалында 3-сө курста белем ала. «Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән" тиҙәр. Ата-әсәләренә оҡшап, ҡыҙҙар ҙа бала саҡтан бер ҡайҙа ла алдынғылыҡты бирмәй, һәр ваҡыт йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай. Киләсәктә лә был матур ғаиләгә тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һаулыҡта, муллыҡта оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.

Таңсулпан ИБРАҺИМОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға