«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Учалы егеттәре һынатмай



23.10.2015 Учалы егеттәре һынатмай

Учалы егеттәре һынатмай Яңыраҡ Башҡортостан Рес­публикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Хөкү­мәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов эш сәфәре менән Учалы районына килде.
Илшат Азамат улы Көньяҡ Урал райондарын комплекслы үҫтереүҙе күҙаллаған республика программаһы сиктәрендә дәүләт ярҙамы алған ҡала-районыбыҙҙың бер нисә сәнәғәт һәм ауыл хужалығы предприятиеһын ҡараны, уларҙың эшмәкәрлеге менән танышты.
Йәш эшҡыуар Азат Йәғә­фәровтың Учалы ауылында урынлашҡан «Нева» ағас эшкәртеү йәмғиәтендә лә булды. Азат 2014 йылда «Нева» предприятиеһы нигеҙендә «Башҡорт күмере» йәмғиәтен ойоштороп, ағас күмере етештерә башлай. Ай һайын 100 тонна күмер етештерелә. Әҙер продукцияны улар ҙур тоҡтарға тултырып, фураларға тейәп, «Русский алюминий» компанияһына, Ека­теринбург өлкәһенең «Суал – Кремний – Урал» йәмғиәтенә ебәрәләр. Әлбиттә, күмерҙең сифаты бик юғары булырға тейеш, сөнки ул төҫлө металл әҙерләү цехтарында ҡулланыла.
– Әҙер күмерҙең дымлылығы һәм химик составы кәрәкле параметр­ҙарға тап килергә тейеш. Шуға ла беҙгә эште еренә еткереп, сифатлы итеп башҡарыу талап ителә, – ти Азат Йәғәфәров. Тәүҙә ҡыҫҡа ғына итеп бысылған, ярылған ҡайын утындарын ҙур тимер күнәктәргә – реторттарға тултыралар. Улар тығыҙыраҡ булған һайын, күмерҙең дә сифаты юғарыраҡ була.
Йәш кешенең шундай ғәҙәти булмаған технологик ҡатмарлы эшкә тотоноуы – үҙе бер ҡыуаныслы ваҡиға. «Башҡорт күмере» йәмғиәтен утын менән тәьмин итеүсе Фәнүз Ғәйнан улы үҙенең Азат һәм Динар улдары менән ғорурлана. Азат үҙенең ун алты ауылдашына һәйбәт кенә эш хаҡы түләнгән даими эш урыны булдырған, ә өлкән улы Динар ағастан көрәк, һепертке, иҙән йыуғыстары һаптары, ит сабыу өсөн түмәр етештереү менән мәшғүл. Уның продукцияһына һорау ҙур.
Премьер-министр урынбаҫары Илшат Азамат улы «Башҡорт күмере» йәмғиәтенең эш шарттары менән танышты, күмерҙе нисек етештереүҙәрен ҡараны. Йәштәрҙең шундай ҡатмарлы, кәрәкле эшкә тотоноуын хупланы.

Рамай ҠАҺИР.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға