«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Милләттәштәр, ишәйәйек!



30.11.2010 Милләттәштәр, ишәйәйек!

Милләттәштәр, ишәйәйек!Бер нисә көн элек Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының башҡорт халҡының демографик үҫеш проблемалары буйынса комиссияһының да ултырышы уҙғайны. Көн тәртибенә түбәндәге һорауҙар ҡуйылды: 2010 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тураһында мәғлүмәт тыңлау, 2010 – 2011 йылға эш планы буйынса фекер алышыу һәм комиссия составын раҫлау.
Тәүге һорау буйынса Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса территориаль органы етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин сығыш яһаны. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, дөйөм алғанда, был сара тыныс үткән. Бөгөн район-ҡалаларҙан йыйылған мәғлүмәттәрҙе ҡабул итеү бара. Артабан ул тупланып, Мәскәүгә ебәреләсәк. Рөстәм Шакирйән улы киләсәктә комиссия эшенә ҡулдан килгәнсе ярҙам итергә һүҙ бирҙе.
Комиссияның эше Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә үткән «2010 йылда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һәм башҡорт халҡының демографик үҫеш проблемалары» секцияһында ҡабул ителгән резолюцияға таянып алып барыласаҡ.
План буйынса булған тәҡдимдәрҙе комиссия ағзалары аҙна дауамында электрон почта аша ҡоролтайға ебәрергә тейеш. Әйткәндәй, «Башҡорт халҡының демографик үҫеш факторы булараҡ – ислам дине» темаһына «түңәрәк өҫтәл» ойоштороу ҙа мөһим, тигән ҡарарға килделәр ултырышта. Комиссия составына килгәндә, унда биш башҡарма комитет ағзаһы буласаҡ, ситтән демография мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһыныусылар йәлеп ителәсәк.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сайтынан.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға