«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Кеше ерҙе биҙәр өсөн тыуа



15.05.2015 Кеше ерҙе биҙәр өсөн тыуа

Мәктәпте тамамлап, оло тормош юлына аяҡ баҫырға торғанда, күпселек йәштәштәрем кеүек үк, мине лә төрлө һорауҙар борсой. Бигерәк тә «Киләсәгем ниндәй булыр?», «Алда мине нимә көтә?», «Тыуған илемә кәрәкле кеше була алырмынмы?» тигән һорауҙарға яуап эҙләйем. Һәр кеше кеүек үк, киләсәгемдең яҡты, тормоштоң тыныс булыуын теләйем. Үрләйһе үрҙәремде барлағанда, бөтә уй-ниәттәремдең тормошҡа ашыуы тураһында хыялланғанда тыуған илемдең киләсәге, халҡымдың йәшәйеше хаҡында ла онотмайым.
Үҫә барған һайын күҙҙәге алһыу пәрҙә асыла һәм бөгөн килеп донъяның аҡ төҫтәрҙән генә, яҡшы ваҡиғаларҙан һәм изге хәбәрҙәрҙән генә тормауын яҡшы аңлайым. Бала саҡта илебеҙгә, халҡыбыҙға, йәштәр киләсәгенә ҡағылышлы проблемаларға иғтибар итмәгәнмен, ләкин улар бөгөн дә үҙ әһәмиәтен юғалтмаған. Шулар араһында минең ҡарашҡа иң мөһим булған бер нисәүһен билдәләге килә.
Тәүге урынға ер мәсьәләһен ҡуйыр инем. Ул – беҙҙең иң ҡиммәтле хазинабыҙ. Шулай ҙа әлеге ваҡытта уны сит кешеләргә һатыу осраҡтары бермә-бер артты. Бер көнлөк табыш өсөн бер ҡаршылыҡһыҙ үҙебеҙҙе талау­ға юл ҡуябыҙ. Аҙаҡтан йәшәр ере булмаған киләсәк быуын алдында нимә тип яуап бирербеҙ икән? Бушҡа ғына халыҡ “Ере барҙың – еме бар, еме барҙың – име бар” тип әйтмәгән.
Ер әлеге мәлдә етерлек булһа ла, был һорау­ҙы иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай. Иҫегеҙгә төшөрөгөҙ, XX быуаттан алып әлегә тиклем күпме мең гектар радиация менән ағыу­ланып эшкәртеүгә, йәшәүгә яраҡһыҙ булып ҡалды? Чернобыль (Украина), Фукусима (Япония), Майлуу-Суу (Ҡырғыҙстан) һәм башҡа һәләкәттәр кеше наҙанлығы, ер ҡәҙерен белмәү арҡаһында ғына барлыҡҡа килде. Үҙебеҙ ҡылған яманлыҡтар эҙһеҙ үтмәй, кире әйләнеп ҡайта.
Илебеҙ төрлө файҙалы ҡаҙылмаларға бик бай, ләкин сеймал эшкәртеү юҡ кимәлдә, уны сит илдәргә һатабыҙ. Ә улар, үҙ сиратында, беҙгә уны икеләтә ҡиммәткә кире ҡайтара. Конкуренцияға һәләтле тауар етештереү оҫталығына эйә бул­мағас, ҙур килем дә ала ал­майбыҙ. Шуға күрә был мәсьәлә лә хәл итеүҙе көтә.
Шулай уҡ мине сит ил эшҡыуарҙарының беҙҙең илдә завод-фабрика кеүек предприятиелар төҙөүе лә борсоулы уйҙарға һала. Әлбиттә, бындай объекттар халыҡты эш менән тәьмин итеүҙә, дәүләт ҡаҙнаһын тулыландырыуҙа ҙур роль уйнай. Тик уларҙың, ыңғай яҡтары менән бер рәттән, кире йоғонтоһо ла бар. Әгәр ошо предприятиелар үҙебеҙҙең ҡулда булһа, яҡшыраҡ булмаҫмы? Экологик проблеманы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай. Ҡалдыҡтар беҙ йәшәгән ерҙе, һулаған һауабыҙҙы бысратмаһын өсөн саралар күреү кәрәк.
әйтелгән мәсьәләләрҙе хәл итеүе еңел түгел. Бының өсөн бер көн йәки йыл ғына етмәй, ә тотош бер быуындың ғүмере кәрәк. Бында, иң мөһиме, йәштәштәремә эгоислыҡ тойғоһо ят булып, үҙебеҙҙең бәхетебеҙҙе илебеҙ, халҡыбыҙ бәхете менән бергә күрергә теләү ҙә мотлаҡ. Ата-бабаларыбыҙ ҡан ҡойоп, үҙ ғүмерҙәрен ҡорбан итеп, беҙгә бәхетле тыныс ғүмер бүләк иткән. Ошоно һанлап, илебеҙ өсөн кәрәкле, белемле, рухлы, үҙ һүҙен әйтергә ҡурҡмаған ҡыйыу йәштәр булһа, улар барлыҡ проблемаларҙы ла йырып сығасаҡ.
Әлеге көндә бөтә милләтте, илде берләштергән берҙәм идеология булмауы, күптәрҙең рухи яҡтан артҡа китеүе дәүләтте үҫтереүгә ҡамасаулай. Ләкин беҙ, йәштәр, был ҡаршылыҡтарҙы еңеп сы­ғыр­ға һәм беҙҙән һуң киләсәк быуынға ты­ныс һәм яҡты тормош бүләк итергә, көслө, берҙәм, бай ил ҡалдырырға тейешбеҙ.


Айзилә МӨЛӨКОВА,
Ҡ. Дәүләткилдеев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернатының 11-се класс уҡыусыһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға