«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ҡартатайым менән ғорурланам



24.04.2015 Ҡартатайым менән ғорурланам

Һуғыш… Был ҡот осҡос һүҙ – бәхетһеҙлек, күҙ йәше, айырылыу, юғалтыу символы. Был һүҙ урап үткән бер генә ғаилә лә юҡтыр. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллыҡ юбилейын билдәләргә әҙерләнгәндә һуғыш ғәрәсәттәрен иҫләп, ҡотобоҙ оса, ошо көн тиҙерәк етһен өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәгән батырҙарыбыҙҙы барлайбыҙ, улар­ға дан йырлайбыҙ. Батырҙар араһында өсөнсө быуын ҡартатайым Сәлимйән Сәғит улы Ласыновтың булыуы менән сикһеҙ ғорурланам. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, ике орден менән бүләкләнгән.
Ҡартатайым 1916 йылда Йылайыр районының Аралбай ауылында тыуып үҫкән. Биографияһы ла башҡаларҙыҡы кеүек ябай: үҫеп буй еткергәс, Маһинур исемле сибәр ҡыҙға өйләнгән. Ғәлимйән исемле улдары тыуа, йәш ғаилә матур итеп йәшәп ятҡанда һуғыш башлана. Сәлимйән олатай һуғышҡа китә. Аҙаҡтан унан хат-хәбәр булмауы, «ҡара ҡағыҙ» килеүе кәләшенә аяҙ көндө йәшен атҡандай тәьҫир итә.
Ҡартатайҙың үлеменә ышанып, Маһинур инәй икенсегә кейәүгә сыға. Ләкин һалдат тере булған, уны ауылда һынау көткән. Сәлимйән ҡартатай яҙмыш һынауын – ғаиләһе тарҡалыуын ғорур күтәрә, колхоз эшенә егелә. Аралбай ауылының йәш, һылыу ҡыҙына уны димләп өйләндерәләр. Утта сыныҡҡан ҡартатай матур ғаилә башлығы була, кәләше менән тырышып донъя көтә. Татыу ғаиләлә Әбделхаҡ һәм Рәсүл исемле улдар, Гөлдәр һәм Мәрйәм (минең өләсәйем) исемле ҡыҙҙар үҫә. Балаларын ас итмәҫ, етеш тормошта үҫтерер өсөн Сәлимйән ҡартатай ҙа, Сабира өләсәй ҙә ең һыҙғанып колхозда эшләй. Ҡартатай почтальон да, көтөүсе лә, бригадир ҙа була, ә өләсәй тракторсылар курсын тамамлай. Һуғыш осоро, унан һуңғы ауыр һынауҙарҙы ғаилә лайыҡлы үтә, ил үҫешенә тос өлөш индерә. Ябай ғаилә тарихы шулай яҙыла. Еңеү яуланыуында, һуғыштан һуң ил үҫешендә ғаиләбеҙҙең дә өлөшө булыуы сикһеҙ ғорурланыу уята. Ябай совет һалдаты – ҡартатайым тарихын киләсәк быуындарыма ла аманат итеп тапшырырмын. Бер нәмә лә, бер кем дә онотолорға тейеш түгел.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға