«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Сүллек аша – автобуста



24.04.2015 Сүллек аша – автобуста

Республика ҡалаларында кешеләрҙе ташыған ҡыҙғылт-һары «Икарус» автобустарын бынан ун йыл элек «НефАЗ»дар, «Мерседес»тар алмаштырҙы. Шулай итеп, Советтар Союзы мираҫы бөтә, пассажир транспорты яңыра. Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә венгр автобустары бөгөн бик һирәк осрай.
Ә бына Венгрияла йәшәүсе автоһәүәҫкәрҙәр «Икарус – 280» һатып алып, уның менән Сахара сүллеге буйлап сәйәхәт иткән. Аҡылһыҙлыҡ, авантюра, тип уйлайһығыҙмы? Тәү ҡарамаҡҡа шулай тойола. Ләкин улар Будапешттан Франция, Испания, Марокко иле, Сахара сүллеге, Мавритания аша Мали дәүләтенә тиклем 8700 саҡрым ара үтә алған.
Венгрия армияһында хеҙмәт иткәндә «гармунлы» автобус егерме йылда ни бары 100 мең саҡрым уҙған булған. Энтузиастар уны сәйәхәткә етди әҙерләгән: эҫенән һаҡланыр өсөн кондиционер, душ, газ плиталы кухня, музыкаль аппаратура, интернет нөктәһе ҡуйғандар. Автобустың ҡыйығында сәй эсә торған веранда ла ҡоролған.
Нимәһе ҡыҙыҡ – туғыҙ меңгә яҡын саҡрым арала «Икарус» бер тапҡыр ҙа сафтан сыҡмаған. Юлһыҙ ерҙән үткәндә артыҡ ҡыйынлыҡ тыумаған – автобустың тягач һәм ҡойроҡ өлөшө тоташҡан урыны соҡор-саҡырҙа өҫкә-аҫҡа, уңға-һулға йөрөү мөмкинлеге бирә. Ә өсөнсө күсәре идара ителгәс, «гармунлы» «Икарус – 280» «яңғыҙаҡ» «Икарус – 260» кеүек бәләкәй урында борола ала.
Сәйәхәт ниндәй маҡсатта үткәрелде, тиерһегеҙ. Венгр ирекмәндәре Мали дәүләтенең Калабанкоро ҡалаһы мәктәптәренә кейем-һалым, техника һәм уҡыу әсбаптары килтергән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға