«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Ауыл юлдары ла көҙгөләй



30.11.2010 Ауыл юлдары ла көҙгөләй

Ауыл юлдары ла көҙгөләйРеспубликала ауыл юлдарын төҙөү буйынса өҫтөнлөклө маҡсатлы программа әҙерләнә. Әле «Ауыл юлдары» тигән федераль маҡсатлы программала ҡатнашыу өсөн әҙерлек эштәре алып барыла. 2011 йылда был программа буйынса Башҡортостан тәүге 500 миллион һум грантҡа эйә буласаҡ.
БР Президенты Р. Хәмитов һүҙҙәренсә, беҙҙең ғалимдар юл грунтын нығытыусы һәм уны тарҡатмаусы махсус химик состав уйлап сығар­ған. Әйткәндәй, ул ҡаҙағстанда, Краснодар крайында уңышлы файҙаланыла. «Республикала меңләгән ауыл юл магистралдәренән ситтә ята һәм унда йәшәүселәр ҡалаларға һәм район үҙәктәренә сыға алмай йөҙәй», – тине Рөстәм Хәмитов.
БР Президентының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға