«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Үтәгән ҡыҙы үҙ бурысын үтәгән – китап яҙып, ауылдаштарына рух өҫтәгән



27.03.2015 Үтәгән ҡыҙы үҙ бурысын үтәгән – китап яҙып, ауылдаштарына рух өҫтәгән

Үтәгән ҡыҙы үҙ бурысын үтәгән – китап яҙып, ауылдаштарына рух өҫтәгәнҮтәгән ҡыҙы үҙ бурысын үтәгән – китап яҙып, ауылдаштарына рух өҫтәгәнӘбйәлил районының Үтәгән ауылында Рәйсә Аҫылғужина-Йәһүҙинаның “Ҡайтам әле ауылыма” китабының исем туйы үтте. Байрамға ауылдаштар ғына түгел, Урал аръяғы ижади көстәренең “Ҡуңырбуға” берләшмәһе ағзалары, шулай уҡ Магнитогорск ҡалаһынан ижадташ дуҫтар ҙа килде.
Үтәгән ауылы клубының стеналары Рәйсә Аҫылғужина тарафынан эшләнгән төрлө стендтар менән биҙәлгән. Бер яҡ стенала Йәһүҙиндар шәжәрәһе, уларҙың ғаилә уңыштары, олаталары Ғәбделкәбир Йәһүҙин тарафынан 1913 йылда эшләнгән тәүге шәжәрәнең күсермәһе (төп нөсхә улы Ҡасимда һаҡлана) урын алһа, икенсе стенаны бубылдар араһы шәжәрәһе биҙәй. Шулай уҡ бер өҫтәлдә Йәһүҙиндар авторлығында сыҡҡан китаптар күргәҙмәһе булһа, икенсеһендә 1924 йылдан Үтәгән ауылының указлы муллаһы булған Ғәбделкәбир Йәһүҙиндың шәхси әйберҙәре урын алған. Китаптың исем туйы мәрхүм булған ауылдаштар рухына аят бағышлау менән башланды. Аятты ауылдың аҡһаҡалы Ҡасим Йәһүҙин уҡыны.
Рәйсә Аҫылғужина ун балалы Сәлимә һәм Әхмәт Йәһүҙиндар ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә. Ҙур һәм татыу ғаиләлә үҫә. Бала саҡтан белемгә, яҡтылыҡҡа ынтылған ҡыҙ Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр факультетын тамамлап, 35 йыл балаларға аң-белем тарата. Бөгөн хаҡлы ялда.
“Ҡайтам әле ауылыма” китабын Рәйсә Аҫылғужина Үтәгән ауылының барлыҡҡа килеүенә – 180, ауылдың хөрмәтле дин әһеле, олатаһы Ғәбделкәбир Йәһүҙә улы Йәһүҙиндың (1894 – 1979) тыуыуына – 120, ул төҙөгән беренсе шәжәрәгә 100 йыл тулыуға бағышлай.
Авторҙың уңыштары, китаптың яҙылыу тарихы тураһында район мәҙәниәт бүлеге методисы, район мәҙәниәт бүлегенең шәжәрәләр буйынса белгесе, Әбйәлил, Белорет райондарының төбәк-ара “Тамъян” ойошмаһы башлығы, “Ҡуңырбуға” йәмәғәт ойошмаһының Әбйәлил районы буйынса бюроһы рәйесе Хәдис Ниғмәтуллин бик ентекләп һөйләне.
Рәйсә Әхмәт ҡыҙы бер ауыл миҫалында бөтә илебеҙҙең данлы тарихи үткәнен күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Автор Үтәгән ауылы тарихын өлөшләп, осорҙарға бүлеп тасуирлай. Һәр осор ауыл халҡының яҙмышы аша күрһәтелә. Китап ябай, мауыҡтырғыс тел менән яҙылған.
Үтәгән ҡыҙы үҙ бурысын үтәгән – китап яҙып, ауылдаштарына рух өҫтәгәнҮтәгән ҡыҙы үҙ бурысын үтәгән – китап яҙып, ауылдаштарына рух өҫтәгәнКитапта бигерәк тә шәжәрәләргә күп иғтибар бүленгән. Был киләсәктә тарихты өйрәнеүсе йәштәргә тиңе булмаған ҡиммәтле материал булып тора. Йәһүҙиндарҙың шәжәрәһенә килгәндә, ул ныҡлап өйрәнелеү өҫтөндә. Бында Рәйсә Әхмәт ҡыҙы үҙе лә күп көс һала, мәғлүмәттәр туплай, материалдар йыя. Шәжәрәләр буйынса конкурстарҙа ҡатнаша. Ул үҙенең хеҙмәттәрен ауыл хакимиәте, район, хатта республика кимәлендә лә күрһәтә. 2010 йылда Рәйсә Аҫылғужина республика шәжәрәләр конкурсында “Шәжәрәне иң тәрән өйрәнеүсе” номинацияһында еңеү яулай.
Йәһүҙиндар 1992 йылдан алып, һәр биш йыл һайын тиерлек, шәжәрә байрамдарын үткәрә, тамырҙарын барлай. Йыйындарҙы башлап ойоштороусы – Ғәбделкәбир мулланың иң кесе улы, Йәнгел ҡасабаһында йәшәүсе Хәлит Йәһүҙин. Артабанғы шәжәрә байрамдарын уның бер туған ағаларының ғаиләләре, уларҙың балалары, ейәндәре дауам итә.
Китаптың исем туйында, шәжәрәләр тураһында сығыш яһап, Хәлит Йәһүҙин ауылдаштарын үҙ тамыр­ҙарын ныҡлап өйрәнергә саҡырҙы, шәжәрә байрамдарының тик уйын- көлкөгә ҡоролмауына, ә туғандарҙы берләштереүсе, араларҙы нығы­тыу­сы, үҙ тарихыңды оноттормаусы, киләсәгеңә яуаплы ҡарарға өйрәтеүсе бер сара булыуына баҫым яһаны.
Шулай уҡ авторҙың туғандары исеменән Рысҡужа ауылынан ағинәй Фатима Һибәтова, Буранғол ауылынан хаҡлы ялдағы уҡытыусы Мәрйәм Сәлмәнова һәм Дилә Йәһүҙина сығыш яһаны.
Үтәгән мәктәбендә 43 йыл эшләп, шуның 30 йылында директор вазифаһын йөкмәгән, ауылда үткәрелгән һәр бер сараның уртаһында ҡайнаған ветерандар советы рәйесе Гөлсәсәк Фәхрисламова ла авторға рәхмәт белдереп, үҙҙәренең дә сәмләнеп ғаилә тамырҙарын юллауы һәм матур табыштарға юлығыуы тураһында һөйләне.
Үтәгән ауылы халҡы үҙенең ярҙамы, аҡыллы кәңәштәре менән Рәйсә Әхмәт ҡыҙын күтәрһә, ул үҙ сиратында ошондай тарихи әһәмиәтле китабы менән үҙ ауылын, уның халҡын күтәрҙе. Тыуған төйәгенең илебеҙ тарихына тиң шанлы ла, данлы ла тарихына байҡау яһаны. Уның серле, мауыҡтырғыс биттәренә башлап юл ярҙы.

Мәрйәм СӘЛМӘНОВА,
хаҡлы ялдағы уҡытыусы.

Әбйәлил районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға