«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яңы эш урындары буласаҡ



30.11.2010 Яңы эш урындары буласаҡ

«Башҡортостан баҡыры» предприятиеһы 2006 йылдың яҙынан Учалы тау-металлургия комбинаты структураһына инә һәм уның «Юбилейное» һәм Подольск ятҡылыҡтарын эшкәртеүгә лицензияһы бар.
Ул баҡыр һәм баҡыр-цинк запастары буйынса төбәктә әйҙәүсе урынды биләй. Әле предприятие етәкселеге алдында тау сеймалын табыу һәм эшкәртеү буйынса өр-яңы технологиялар индерелгән заманса комбинат булдырыу маҡсаты тора. Бында 2007 йылда башланған байыҡтырыу фабрикаһын төҙөү бер аҙға туҡталып ҡалғайны. Былтыр йыл аҙағында төҙөлөш эштәре тергеҙелде һәм әле планға ярашлы алып барыла. Фабриканы сафҡа индереү етештерелгән продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү, шулай уҡ 350-нән ашыу кешегә эш урыны булдырыу мөмкинлеген бирәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға