«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Яҡташтар тәүге юбилейға йыйыласаҡ



13.03.2015 Яҡташтар тәүге юбилейға йыйыласаҡ

Яҡташтар тәүге  юбилейға  йыйыласаҡ15 мартта Мәскәүҙең “Арбат” мәҙәни-күңел асыу үҙәгендә БР-ҙың халыҡ артисы Роберт Юлдашев, йырсы Радик Юлъяҡшин һәм “Заман” этно-проекты сығыш яһаясаҡ. Шулай уҡ Хәбир Сөләймәновтың “Баш­гизхан” китабының исем туйы үтәсәк. “Мираҫ” фонды конкурсы еңеүселәрен – фән, йәмәғәт эшмәкәрлеге, спорт һәм мәҙәниәт өлкәһендә уңыш яулаған 11 студентты бүләкләү тантанаһы ла ҡарал­ған. Байрамға Рәсәй һәм Башҡортостандың билдәле сәйәси, мәҙәни һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған. Юбилей кисәһе көндөҙгө сәғәт 4-се яртыла башлана.
Ә бөгөн Санкт-Пе­тербургта баш­ҡорт мәҙәниәтенә бәйле ике ҙур сара ойошторола. “Ама­нат” баш­ҡорт йәштәре ассоциацияһының 5 йыллыҡ юбилейына арнал­ған байрам концерты була. Тама­шасыларға Санкт-Пе­тер­бургтың милли ижади коллективтары сығышы, башҡорт музыкаһы, халыҡ бейеүҙәре тәҡдим ителә.
Был көндө “Колизей” концерт залында (Нева проспекты, 100) “Питер буйлары” милли-мәҙәни үҙәге башҡорт һәм татар эстрадаһы башҡарыусыларының гала-концертында республиканың Ғафури районы вәкилдәре сығыш яһай. Концерт залы фойеһында Башҡортостандан килтерелгән сувенирҙар һәм аҙыҡ-түлек күргәҙмә-йәрминкәһе лә үтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға