«Йәшлек» гәзите » Йәмғиәт » Өс һөйләм менән



30.11.2010 Өс һөйләм менән

Башҡортостандан 490 әрмегә алыныусы Алыҫ Көнсығышҡа хеҙмәт итергә юлланды. Әлеге көҙгө саҡырылышта илдең ҡораллы Көстәренә беҙҙән 6800 егет ебәрелгән дә инде. Күҙаллауҙар буйынса, барлығы 12360 егет һалдат кейеме кейәсәк.

Республикала инвалидтар өсөн пандустар төҙөү буйынса эш әүҙемләштерелә. Әле Өфөлә 2523 социаль объектта (күбеһенсә магазин, дарыуханаларҙа) шундай уңайлыҡ бар. Беҙҙә ете мең тирәһе кешенең коляскала ултырыуын иҫәпкә алғанда, был юҫыҡта эштәрҙе дауам итергә кәрәк тә.

Киләһе йылдан Волга буйы федераль округында «Театральное Поволжье» фестивален даими уҙғарыу күҙаллана. Пенза өлкәһе губернаторы Василий Бочкарев театр сәнғәте проблемалары буйынса видеоселектор кәңәшмәһендә ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Григорий Рапота ла, муниципаль театрҙарҙың бөгөнгө хәл-торошон баһалап, инициативаны хупланы.

Баш ҡалала икенсел торлаҡтың бер квадрат метрының хаҡы 43,76 мең һум тәшкил итә. Уҙған аҙнала ул 0,9 процентҡа артҡан. Дөйөм алғанда, йыл башынан фатирҙарҙың бөтә типтарына хаҡтар 9,3 процентҡа күтәрелгән.

ҡалаларҙа ауыл хужалығы тауарҙары йәрминкәләре дауам итә. Был юлы баҡса уңыштары урынын ит биләй. Өфөлә яңы йылға тиклем һигеҙ ит йәрминкәһе ойоштороласаҡ.

«Өфө» аэропортынан 1 ноябр­ҙә тәүге осош яһаған «Скай Экспресс» авиакомпанияһы самолеттары шаршамбынан Мәскәүгә көн һайын оса башлаясаҡ. Тағы ла бер яңылыҡ: 10 декабрҙән Шарм-әл-Шәйехкә лә рейс­тар асыла. Авиакомпания киләһе йылдан Мәскәүгә тәүлегенә ике тапҡыр юлланыу мөмкинлеген дә белдерә.

Ырымбур өлкәһенең Һарыҡ­таш районынан 51 йәшлек ир, Ейәнсураға килеп, һарайҙа торған 41 йылҡыны ҡыуып алып китә. Ат ҡарағының «бәхетле миҙгеле» оҙаҡҡа бармай – уны тотоп, судҡа тиклем ябып ҡуялар. Малдар эйәһенә кире ҡайтарыла, ә бур «бинаға законһыҙ инеп, сит милекте урлау» статьяһы буйынса хөкөм ҡарарын көтә.

А. ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға